Спорт һәм туризм
19 Март 2021, 09:04

Быуатҡа яҡын тарихы бар

Рәсәйҙә 2,6 мең ГТО тесы үҙәге эшләй, шуларҙың 69-ы – Башҡортостанда.

11 мартта “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” (ГТО) комплексы 90 йыллыҡ юбилейын билдәләне. 24 мартта Рәсәй Президенты Владимир Путин тарафынан уны ҡайтанан тергеҙеүгә ете йыл тула. Тотош илдә ошо иҫтәлекле даталар айҡанлы саралар бара.


Һуңғы ете йылда илдә “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” (ГТО) комплексына 14,5 миллион кеше ҡушылды. Уларҙың 4,4 миллионы һынауҙарҙы уңышлы үтте һәм отличие билдәһе алды.
Һуңғы ике йылда “Демография” милли проекты сиктәрендә Рәсәй парктарында һәм скверҙарында 1128 майҙансыҡ төҙөлдө. Унда пресс эшләү, һикереү өсөн ҡорол­малар, тренажерҙар бар. Бынан тыш, тотош илдә 2,6 мең ГТО тесы үҙәге эшләй. Был хаҡта Рәсәй спорт министры Олег Матыцин белдерҙе.
“ГТО комплексын артабан да үҫтерергә, ярышыу элементтарын камиллаштырырға теләйбеҙ. 2024 йылға ошондай 650 майҙансыҡ төҙөргә уйлайбыҙ. Ошо саралар һөҙөмтәһендә Рәсәйҙә йәшәгән 60 миллион кешене йәлеп итергә теләйбеҙ”, – тине ил вице-премьеры Дмитрий Чернышенко.
“Унлаған мең белгес һәм инструктор парктарҙа һәм скверҙарҙа бушлай күнекмәләр үткәрә, ГТО тесы үҙәктәрендә эшләй. 11 марттан 24 мартҡа тиклем, ГТО көндә­рендә, теләктәре булғандар норма­тив­тарҙы үтәүҙә үҙен һынап ҡына ҡалмай, белгестәрҙең ауырлыҡтар тыуҙырған күнекмәләр буйынса күрһәтмәһен дә алыу мөмкинлегенә эйә”, – тип хәбәр итте Рәсәй спорт министры Олег Матыцин.
Республикабыҙҙа ла “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” (ГТО) комплексы сараларын тормошҡа ашырыу уңышлы бара.

Башҡортостандағы ҡала-район­дарҙа тест үткәреү өсөн 70-кә яҡын үҙәк булдырылған. Республикала даими рәүештә йыл дауамында дөйөм белем биреү ойошмалары, студенттар, закон сығарыу һәм башҡарма власть хеҙмәткәрҙәре, хеҙмәт коллективтары, ғаилә ко­ман­далары араһында ГТО буйынса йәйге һәм ҡышҡы фес­тивалдәр ойошторола.
Республиканың йыйылма ко­мандалары халыҡтың бөтә категориялары араһында үткәрелгән ГТО буйынса Бөтә Рәсәй фес­тивалдәрендә ҡатнаша.

Әйткәндәй, Башҡорт­останда “Демография” милли проекты сиктәрендә “Спорт – йәшәү рәүеше” төбәк проекты старт алғай­ны. Уны тормошҡа ашырыу өсөн рес­публиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы яуап бирә.
Был проект йәштәргә лә, оло­ларға ла физик культура менән шөғөлләнеү өсөн уңайлы шарттар тыуҙыра. 2024 йылға тиклем Башҡортостандың төрлө төбәктә­рендә спорт объекттары күберәк ҡалҡып сығыр, Бөтә Рәсәй “Хеҙ­мәткә һәм оборонаға әҙер” (ГТО) физкультура-спорт комплекстары барлыҡҡа килер, ә спорт хеҙмәт­кәрҙәре яңы белемгә эйә булыр, квалификацияһын камиллаштырыр тип көтөлә.
Әйткәндәй, Башҡортостанда әле ГТО-ға тест үтеү өсөн 69 үҙәк эш­ләй. Барыһы 405 меңдән ашыу кеше “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” автоматлаштырылған систе­ма­һында теркәлгән. “Йыл һайын республикала ГТО күрһәткестәре яҡшыра”, – тип белдергәйне рес­публи­каның йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов.
“Спорт – йәшәү рәүеше” – респуб­ли­калағы барлыҡ ҡалалар һәм райондар өсөн мөһим проект. Был проект аҡсаһына хоккей, футбол һәм башҡа спорт уйындары өсөн төрлө ҡорамалдар һәм ҡоролмалар алынасаҡ һәм башҡа эштәр атҡарыласаҡ.
Читайте нас