Спорт һәм туризм
19 Март 2021, 09:06

Командабыҙға уңыштар теләйек!

Спорт төрҙәре бихисап. Һәр береһе үҙенсәлекле, әммә улар араһында хоккей барыбер айырылып торған кеүек. Илебеҙҙә ул хатта милли уйын төрөнә әйләнгән: олоһо ла, кесеһе лә уның менән даими ҡыҙыҡһына.

Спорт төрҙәре бихисап. Һәр береһе үҙенсәлекле, әммә улар араһында хоккей барыбер айырылып торған кеүек. Илебеҙҙә ул хатта милли уйын төрөнә әйләнгән: олоһо ла, кесеһе лә уның менән даими ҡыҙыҡһына.


17 мартта Ҡазанда Континенталь хоккей лигаһы Көнсығыш конференцияһы плей-офы икенсе раундының беренсе матчы булды. Әйткәндәй, был миҙгелдә “Салауат Юлаев” һәм “Аҡ Барыҫ” командалары “йәшел дерби” сиктәрендә дүрт матч үткәрҙе һәм һәр команда икешәр еңеү яуланы. Ғөмүмән, был ике команданың уйынын республика көйәрмәндәре айырыуса көтөп ала. Тик бына си­раттағы матч юлаевсылар фай­ҙаһына булманы: уйын 4:1 иҫәбенә “Аҡ Барыҫ” файҙаһына тамамланды.


Юлаев­сыларҙан Владислав Картаев ҡына хужалар ҡапҡаһына шайба индерә алды. “Беҙҙең өсөн бик ауыр уйын булды. Тәүге ми­нуттарҙа барыһы ла беҙҙең фай­ҙаға кеүек тойола ине. Хаталарҙы тикшерербеҙ һәм киләһе матчҡа әҙерләнәсәкбеҙ”, – тине Владислав Картаев. Ә Ҡазан командаһынан Патрис Кормье, Михаил Глухов, Дмитрий Воронков һәм Найджел Доус – шайба хужалары.


Киләһе матч бөгөн тағы Ҡазанда буласаҡ. Ә унан һуң серия уйындары 23 һәм 21 мартта Өфөлә үткәреләсәк.

Командабыҙ еңеү яулар, тигән ышаныстабыҙ һәм уларға уңыштар теләйбеҙ.


* * *

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 16 мартта “Динамо Санкт-Петербург” хоккей командаһы һаҡсыһы Тимур Фәй­зетдиновтың ғүмере өҙөлдө. Ул 12 мартта “Локо” командаһына ҡаршы матчта йәрәхәтләнде: урта зонанан ташланған шайба хоккейсының башына эләкте. Ул бик ауыр хәлдә дауаханаға килтерелде. Табиптар Тимурҙың ғүмере өсөн көрәште. Профессиональ ярҙам күрһәтелһә лә, үкенескә ҡаршы, спортсының ғүмерен ҡотҡара алманылар. Шуға Континенталь хоккей һәм Йәштәр хоккей лигаларының яҡын аралағы матчтары хоккейсыны бер минутҡа хәтергә алыуҙан башланды. Спорт­сының яҡындарының, туғанда­рының сикһеҙ ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Читайте нас