– Бына миңә ниндәй китап килтерҙеләр, был “Детское игровое, спортивное и парковое оборудование, 2021 год” тигән каталог, – тип яҙған “Бәйләнештә” селтәрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. – Ҡарағыҙ әле, бында күпме ҡыҙыҡлы һәм файҙалы нәмәләр. Балалар уйын майҙансыҡтары, воркауттар, эскәмйәләр. Был китаптың хаҡы күпме һәм был турала ни өсөн һөйләйем? Ике йыл элек беҙҙең ихаталарҙы тәртипкә килтерә башлағайныҡ, ул саҡта республикабыҙҙан ситтә күп МАФтарҙы һатып ала башланыҡ. Әле, Аллаға шөкөр, Башҡортостанда МАФтарҙы эшләгән ҙур предприятиелар барлыҡҡа килә башланы. Был хәлдәргә ныҡ шатмын һәм уйлайым, ошондай дөйөм тырышлыҡ менән беҙҙең ихаталарҙы ла тәртипкә килтерәсәкбеҙ.
Ысынлап та, бөгөн ихаталарыбыҙ күҙгә күренеп күркәмләнде, улар балалар тауышынан һәр саҡ гөрләп тора.