Спорт һәм туризм
20 Март 2021, 07:15

Йәнә уңыш беҙҙе урап үтте

19 мартта “Салауат Юлаев” сираттағы тапҡыр Ҡазанда “Аҡ Барыҫ” командаһы менән осрашты.

19 мартта “Салауат Юлаев” сираттағы тапҡыр Ҡазанда “Аҡ Барыҫ” командаһы менән осрашты.
Тик икенсе тапҡыр рәттән уңыш беҙгә йылмайманы. Шулай итеп, был юлы ла матч “Аҡ Барыҫ” файҙаһына 2:1 иҫәбенә тамамланды. Юлаесылар өсөн берҙән-бер шайбаны Петр Хохряков сәпәне. Ә “Аҡ Барыҫ” файҙаһына булған шайбалар хужалары – Н. Доус менән С. Ғәлиев.
Был ике команданың өсөнсө осрашыуы иртәгә баш ҡалабыҙҙағы “Өфө-Арена”ла буласаҡ. Был юлы юлаевсылар еңеү яуламай ҡалмаҫ тип өмөт итәйек.
Фото: photo.khl.ru
Читайте нас