Спорт һәм туризм
21 Март 2021, 15:30

Гөлүс Әғзәмов иҫтәлегенә турнир уҙҙы

Өфө йыйылма командаһы фестивалдең дөйөм зачетында ҡала округтары араһында, стәрлетамаҡтарҙан ҡала, икенсе урынды яуланы.

Өфөлә Башҡортостандың атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре Гөлүс Әғзәмов иҫтәлегенә спорттың милли һәм халыҡсан төрҙәре буйынса ХIХ республика фестивале үтте. Рима Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәге базаһында уҙған ярыштарҙа 24 муниципалитеттан 18 йәшкә тиклемге 300 спортсы ҡатнашты.
Үҫмерҙәр көрәш, гер спорты һәм армрестлинг буйынса көс һынашты. Сарала бер нисә спортсыға спорт мастеры исеме бирелде, тренерҙарға һәм ярышта ҡатнашыусыларға рәхмәт хаттары тапшырылды. Баш ҡала мэрияһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Өфө йыйылма командаһы фестивалдең дөйөм зачетында ҡала округтары араһында, стәрлетамаҡтарҙан ҡала, икенсе урынды яуланы. Өсөнсө урында – Сибай спортсылары. Көрәш буйынса өфөләр иң яҡшы күрһәткескә өлгәшкән.
Белешмә өсөн. Гөлүс Әғзәмов - республикала спорт хәрәкәте етәксеһе һәм ойоштороусыһы. Спорттың милли һәм халыҡсан төрҙәрен үҫтереүгә ҙур өлөш индергән шәхес. 1977-1991 йылдарҙа Башҡортостан Министрҙар Советы ҡарамағындағы физик культура һәм спорт буйынса комитет рәйесе була, пенсияға сыҡҡандан һуң республиканың Спорт һәм туризм буйынса комитетында эшләй.
Фото:Өфө ҡала хакимәте сайты.
Читайте нас