Спорт һәм туризм
21 Март 2021, 06:30

"Павловка саңғыһы" фестивале бара

Нуриман районының иң матур урындарының береһендә йөҙәрләгән спортсы йыйылды.

Нуриман районындағы Павловка паркында "Павловка саңғыһы" фестивале үтә. Төрлө саралар, ярыштар һәм оҫталыҡ дәрестәре ҡаралған сара ике көнгә иҫәпләнгән. Был фестиваль етенсе йыл рәттән ойошторола һәм быйыл да йөҙәрләгән спорт һөйөүселәрҙе йыйҙы. Сараны асыу тантанаһында Нуриман районы хакимиәте башлығы Вилдан Ситдиҡов, "Павловка паркы" йәмғиәте директоры Михаил Кобелев спортсыларҙы, ҡунаҡтарҙы тәбрикләп сығыш яһаны.

Фестивалдең программаһына ярашлы, беренсе көндә саңғы марафоны уҙғарылды. Унда спорт һөйөүселәр үҙҙәренең йәш категорияһында 30, 10 һәм биш саҡрым арауыҡҡа йүгерҙе. Өфөләге "Биатлон" спорт-һауыҡтырыу комплексы тренеры Татьяна Зевахина биатлон буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторҙо. Шулай уҡ сара сиктәрендә бик мауыҡтырғыс егеүле эттәр бәйгеһе лә үткәрелде.

Фестиваль сараларына ярашлы, бөгөн унда балалар саңғыла уҙышасаҡ, сноуборд, тау саңғыһы кеүек спорт төрҙәре буйынса ярыштар үтәсәк.

"Павловка саңғыһы" фестивален "Павловка паркы" йәмғиәте Президент гранттары фонды ярҙамында ойоштора. Шуны ла әйтергә кәрәк, ошондай сараларҙы үткәреү халыҡҡа ялын файҙалы итеп ойошторорға булышлыҡ итә. Быйылғы Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылында спорт һөйөүселәрҙең тағы ла әүҙемләшеүе ҡыуандыра.

Автор фотоһы.

Читайте нас