Спорт һәм туризм
22 Март 2021, 14:50

“Аҡ Барыҫ”ҡа штраф һалырҙармы?

Был сумманың нисә һумға тиклем барып етеүе ихтимал?

“Башинформ” мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, “Салауат Юлаев” хоккей клубы Континенталь хоккей лигаһы етәкселегенә рәсми хат әҙерләй.
Ул “Өфө-Арена”лағы плей-офф серияһының өсөнсө матчы старты алдынан булған хәлгә бәйле. Белеүебеҙсә, Ҡазан клубы көйәрмәндәре Континенталь хоккей лигаһының техник регламентын боҙғайны.
Атап әйткәндә, КХЛ-дың Дисциплинар регламентының 61.2-се статьяһына ярашлы, лиганың техник регламентын боҙған, “клуб көйәрмәндәре тарафынан үҙеңде тотоу һәм чемпионат алдынан Рәсәй Федерацияһы, Рәсәй Федерацияһы республикалары, сит ил дәүләте гимндары яңғыраған ваҡытта дәүләт билдәләренә хөрмәт ҡағиҙәләрен үтәмәгән һәм техник регламентты боҙған өсөн 100 000 (йөҙ мең) һум күләмендә штраф һалына”.
Быға тиклем Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре лигаға “Аҡ Барыҫ” фанаттары тәртибенә бәйле мөрәжәғәт менән хат ебәрҙе, сөнки фанаттар ҡысҡырып, Башҡортостан гимнын башҡарыуҙы өҙҙө.
Фото: Валерий Шахов ("Башинформ").
Читайте нас