Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ишембай районына эш сәфәре барышында яңы төҙөлгән “Ишембай-Арена” боҙ һарайында булды һәм урындағы халыҡты ошо ҙур объекттың сафҡа инеүе менән тәбрикләне.
– Ишембай тиҙ үҫешә. Мин быға бик шатмын. Төбәктә тормоштоң йәнләнеүе үтә ҡыуаныслы. “Алға” махсус иҡтисади зонаһы үҫешә, ҡала көндән-көн матурлана. Ә бөгөн ошо күптән көтөлгән, ишембайҙар өсөн мөһим һәм кәрәкле булған һарай төҙөлөп бөттө. Хәҙер бында хоккей йә фигуралы шыуыу менән шөғөлләнергә теләгән балалар, үҫмерҙәр күнекмәләр үтә ала. Был биләмәлә спортты үҫтереү өсөн артабан да эшләйәсәкбеҙ. Мәҫәлән, киләһе йыл районда Көрәш һарайы төҙөлә башлаясаҡ, – тине республика етәксеһе.
Объекттың хаҡы – 330 миллион һум самаһы. Дөйөм майҙаны – 4,1 мең квадрат метр. Бында фигуралы шыуыу өсөн, көс әҙерлеге залдары һәм башҡа бихисап мөмкинлектәр бар. Хоккей матчтарын 500-гә тиклем тамашасы ҡарай ала.
Радий Хәбиров боҙ аренаһы етәкселегенә спорт ҡорамалдары һатып алыу өсөн бер миллион һумлыҡ сертификат тапшырҙы, яңы объект “Салауат Юлаев” хоккей клубы спорт мәктәбенең филиалы буласаҡ, тип белдерҙе.
– Был спортсыларҙы һайлау һәм әҙерләү сифатын арттырасаҡ. Ишембайҙа әлеге ваҡытта плей-офф уйындарында “Салауат Юлаев” командаһы составында “Аҡ Барыҫ”ҡа ҡаршы уйнаған Родион Әмиров кеүек шәп хоккейсылар үҫеренә ышанам, – тине республика етәксеһе.
Радий Хәбиров яңы боҙҙо һынап ҡараны. Аренала Башҡортостан Хөкүмәте командаһы Ишембай районы хакимиәте командаһына ҡаршы уйнаны. Матчта республика етәксеһе уйнаған Хөкүмәт командаһы 4:0 иҫәбе менән еңеү яуланы.
Радий Хәбиров белдереүенсә, бында яҡын аҙналарҙа күнекмәләр теҙмәһе төҙөләсәк, боҙ аренаһы балалар тауышына күмеләсәк.
Әле республикала 14 ябыҡ боҙ аренаһы бар. Был Башҡортостан халҡының ихтыяжын тулыһынса ҡәнәғәтләндермәй.
– 2022 йылға Октябрьский ҡалаһында боҙ аренаһы төҙөлөшөн тамамлаясаҡбыҙ, унан Баймаҡта башлаясаҡбыҙ. Мәсәғүттә стадион проектлана. Бәләбәйҙә, Белоретта ла ябыҡ стадиондар юҡ. Барығыҙға ла һаулыҡ теләйем. Спорт менән шөғөлләнегеҙ, беҙҙең “Салауат Юлаев”ҡа иһә уңыштар! — тине республика етәксеһе.