Спорт һәм туризм
24 Март 2021, 07:00

Хоккейсыларҙы ла вирус аямаған...

Финал серияһы стартынан бер нисә көн алда уйынсылар COVID-19 вирусына тест тапшырған.

Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһы финалы 2021 йылдың май айына күсерелгән. Өфөнөң “Ағиҙел” һәм Ҡытайҙың “Ванке Рейз” командаһы 6-16 майҙа Канадала үтәсәк донъя чемпионатынан һуң ғына осрашасаҡ.
13 мартҡа планлаштырылған финал серияһы стартынан бер нисә көн алда “Ағиҙел” уйынсылары COVID-19 вирусына тест тапшырған. Үкенескә ҡаршы, уларҙың ыңғай булыуы асыҡланған. Ҡабатлап бирелгән анализдар ҙа шуны уҡ күрһәткән. “Ағиҙел” командаһы әлегә карантинда.
”Аҙаҡ хоккейсылар донъя чемпионатына әҙерлек менән мәшғүл буласаҡ, шуға күрә финал серияһын үткәреү кисектерелә,”- тиелә лиганың рәсми хәбәрендә. Яңы дата хаҡында өҫтәмә рәүештә хәбәр итәсәктәр.
Фото: Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһы.
Читайте нас