Рәсәй Президенты Владимир Путин туристик агенттарҙың берҙәм реестрын ойоштороу тураһындағы законға ҡул ҡуйҙы.
Ошоға бәйле республиканың Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Эльмира Туканова үҙ фекерен белдерҙе. “Туристик агенттарҙың эшмәкәрлеге тағы сифатлыраҡ кимәлгә күтәреләсәк, күпкә ойошҡанлыраҡ һәм үтә күренмәле буласаҡ. Реестрҙа туристик агенттар тураһында ла мәғлүмәт күренәсәк”, – тине ул.
Рәсәйҙең туризм буйынса федераль агентлығы етәксеһе Зарина Догузова: “Был – тармаҡтың үтә күренмәле булыуы өсөн мөһим аҙым. Хәҙер туристар юлламаны федераль реестрҙа теркәлгән намыҫлы һатыусынан аласаҡ”, – тине ул.