Башҡортостан исеменән сығыш яһаған биатлонсы Эдуард Латипов Эстерсундта донъя кубогы масс-стартында икенсе урын яуланы.
Был көмөш миҙал – спортсы карьераһында иң яҡшы һөҙөмтә. Әйткәндәй, Эдуард Латипов бала саҡта уҡ ил күләмендә үткәрелгән ярыштарҙа бер нисә тапҡыр чемпион булған. 2013 йылдан халыҡ-ара ярыштарҙа ҡатнаша. 2014 йылда үҫмерҙәр араһында ойошторолған Европа чемпионатында эстафетала көмөш миҙал яуланы. Ошо уҡ йылда донъя чемпионатында спринт һәм эстафета ярыштарында бронза миҙалға лайыҡ булды. 2015 йылда иһә үҫмерҙәр араһында үткәрелгән Европа чемпионатында беренсе урынды яуланы.
Эдуардтың был еңеүе иһә спортсының тыуған көнөнә ҙур бүләк булды. 27 йәшлек спортсының яулайһы үрҙәре күп әле. Уға уңыштар теләйбеҙ!