Физик әүҙемлектең сәләмәтлекте нығытыуы, ғүмерҙе оҙайтырға булышлыҡ итеүе хаҡында һәммәбеҙ ҙә беләбеҙ. Әммә, заман башҡа, заң башҡа, тигәндәй, техника дәүерендә ошо хаҡта онотоп та китәбеҙ, ахыры. Бер уйлаһаң, йәйәү йөрөү, велосипедта елдереү, һикереү йәки йүгереү өсөн артыҡ ниндәйҙер уңайлы шарттар, урын һәм аҡса талап ителмәй. Бының өсөн ни бары теләк кәрәк!
Күптән түгел фотохәбәрсе Айрат Нурмөхәмәтов менән Ҡырмыҫҡалы районында эш сәфәрендә булдыҡ. Бында физкультура, спорт менән шөғөлләнгәндәр байтаҡ. Өҫтәүенә, быға төбәктең баш ҡаланан алыҫта урынлашмауы ла булышлыҡ итмәйенсә ҡалмай. Мәҫәлән, йыш ҡына Өфөлә үткәрелгән республика ярыштарында ҡатнашыу өсөн әллә ни алыҫҡа йөрөйһө түгел. Тағы иң мөһиме: Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте тарафынан да физик культура һәм спорт үҫеше мәсьәләләренә етди иғтибар бүленә. Ә был иһә тармаҡтың үҫешенә, халыҡтың төрлө спорт төрҙәренә, сәләмәт тормошҡа йәлеп ителеүенә килтерә.
Ҡырмыҫҡалыларҙың ғына түгел, республикабыҙҙың ғорурлығы булған спортсылар байтаҡ бында. Терәк-хәрәкәт ағзалары зарарланғандар – пауэрлифтинг буйынса ил күләмендә алдынғы урындар яулаған Марат Хәсәнов, билбау көрәше буйынса чемпион Артур Зөлҡәрнәев, йүгереү буйынса иң яҡшыларҙың береһе Миңлеғәле Абдуллин, тхэквондо буйынса Рәсәй, республика беренселектәрендә еңеп сыҡҡан Яна Балашова һәм башҡалар район данын сит тарафтарға ла тарата. Тағы ҡырмыҫҡалыларҙың мини-футбол, еңел атлетика һәм башҡа спорт төрҙәре буйынса ҡаҙаныштары ла бихисап.
Күптән түгел Ҡырмыҫҡалы ауылындағы Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенең спорт-һауыҡтырыу комплексында ветерандар араһында волейбол буйынса турнир үткәрелде. Был сара Өфө ҡалаһындағы “Галадент” командаһының ойошторолоуына биш йыл тулыуға арналды. Ярыштарҙа Архангел, Белорет, Ғафури, Ҡырмыҫҡалы (Ҡырмыҫҡалы һәм Шайморатов ауылдары) райондары һәм Өфө ҡалаһынан “Динамит”, “Галадент”, Башҡортостан дәүләт аграр университеты командалары ҡатнашты. Һөҙөмтәлә Өфө ҡалаһынан “Галадент” командаһы – беренсе, Ҡырмыҫҡалы командаһы – икенсе, Белорет командаһы өсөнсө урын яуланы.
Сәләмәт быуындың киләсәге бар
Белеүебеҙсә, Ҡырмыҫҡалы ауылындағы башланғыс класс уҡыусылары саңғы әҙерлеге буйынса ГТО нормативтарын үтәне һәм “Сәләмәт быуын – көслө төбәк!” республика спорт-мәғариф проекты ҡатнашыусылары танытмаһын алды. Күптән түгел иҫтәлекле датаны – СССР-ҙың төп физкультура-спорт хәрәкәтенә, йәғни ГТО комплексына – нигеҙ һалыуға 90 йыл тулыуҙы билдәләгәйнек. Ошо үҙенсәлекле сара айҡанлы Ҡырмыҫҡалы ауылындағы балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенең физкультура-һауыҡтырыу комплексында райондағы дөйөм белем биреү ойошмаларының IX-XI класс уҡыусыларының ГТО нормативтарын ҡабул итеүе ойошторолдо. Һынауҙарҙы, тестарҙы үтәү ГТО Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы бурыстарын тормошҡа ашырыу шарттарын тәьмин итеү буйынса республика программаһы сиктәрендә һатып алынған ҡоролмалар ярҙамында атҡарылды. Әйткәндәй, ете йыл элек ГТО комплексы яңы форматта ҡайтанан тергеҙелде. Иң мөһиме: ул халыҡты һауыҡтырыу, уны һәр йәһәттән үҫешкә әйҙәү кеүек үҙенең тарихи бурыстарын тормошҡа ашырыуҙы дауам итә.
Ошо сарала 2020 йылдың дүрт кварталы һөҙөмтәләре буйынса һынауҙарҙы үткәндәргә ГТО отличие билдәһе тапшырылды. Шулай итеп, улар спорт менән һәр йәштә лә шөғөлләнеп була икәнлеген күрһәтте.
Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте, физик культура һәм спорт буйынса бүлеге етәксеһе Руслан Хәйертдинов менән төбәктәге спорт, физик культура хаҡында һөйләштек. “Райондағы ауылдар араһында үткәрелгән сәләмәтлек фестивале Сәләмәтлек һәм оҙон ғүмерлелек йылына арналды. Ошо сәбәпле, был сара сиктәрендә коньки, саңғы, хоккей буйынса ярыштар булды. Бынан тыш, тағы төрлө бәйгеләр үткәреләсәк”, – тине Руслан Илдус улы.
Әйткәндәй, Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте башлығы кубогына саңғы ярыштары ла бик дәррәү үткәрелде районда. Сарала барлығы 150-нән ашыу спорт һөйөүсе ҡатнашты. Улар үҙ ауылдарында ойошторолған ошондай ярыштарҙа тәүге урындарҙы яулаған ине. Барлығы 10 йәш төркөмө буйынса саңғы ярыштары ойошторолдо.
18 йәшкә тиклемге егеттәр араһында Богдан Насиров – беренсе, Артем Асабин – икенсе, Илһам Яхин өсөнсө урын яуланы. 19 – 35 йәшлек ир-егеттәр араында Олег Матросовҡа тиңдәр табылманы. Икенсе һәм өсөнсө урындарҙы Артем Михайлов менән Артем Щеглов бүлеште. 35 – 46 йәштәгеләр араһында – Владимир Алешинға, 60 йәштән олораҡтар араһында Иван Егоровҡа тиңдәр табылманы. Ә бына 18 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар араһында Сабрина Асатова – беренсе, 19 – 29 йәшлек гүзәл зат вәкилдәре араһында – Алена Асабина, 30 – 40 йәшлек ҡатын-ҡыҙҙар араһында – Марина Йәғәфәрова, 41 – 55 йәшлек ҡатындар араһында – Гүзәл Вафина, 56 йәштән олораҡ гүзәл зат вәкилдәре араһында Тәнзилә Ғайсина беренсе урын яуланы.
Дөйөм иҫәп буйынса Ҡырмыҫҡалы ауыл хакимиәте биләмәһе – беренсе, Шайморатов ауыл биләмәһе хакимиәте – икенсе, Прибельский ауыл хакимиәте биләмәһе өсөнсө урынға сыҡты. Еңеүселәргә миҙалдар, грамоталар һәм аҡсалата сертификаттар бирелде.
Ҡырмыҫҡалы районында күптәр өсөн физик культура һәм спорт йәшәү рәүешенә әйләнгән. Ә бына тренерҙарҙың һәм спортсыларҙың фиҙакәр тырышлығы һөҙөмтәһендә Ҡырмыҫҡалы районы республикала спорт үҫеше буйынса иң алдынғыларҙың береһе һанала.