Спорт һәм туризм
26 Март 2021, 17:50

Беҙҙең спортсы – еңеүсе!

Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте.

Сноубордсыбыҙ Всеволод Мартынов Красноярскиҙа үткәрелгән фристайл һәм сноуборд буйынса донъя беренселегендә еңеүсе булды! Был хаҡта республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙҙы.
"Всеволод – “параллель слалом” дисциплинаһында иң яҡшыһы. Уның тренерҙары – Наталья менән Дмитрий Кизиных. Ә кисә, үҙенең тыуған көнөндә, Всеволод Мартынов параллель слалом-гигантта өсөнсө урын яуланы. Тыуған көнөнә бына шундай бүләк яһаны!
Красноярскиҙа ойошторолған ошондай уҡ ярыштарҙа “акробатика-төркөм-ҡушма” дисциплинаһында спортсыбыҙ Илдар Хәкимов (тренеры – Рим Дауытов) Рәсәй командаһы составында бронза миҙал яуланы. Ә 23 мартта башҡорт спортсыһы Снежана Прайс фристайл буйынса донъя беренселегендә “биг-эйр” дисциплинаһында бронза миҙалға лайыҡ булды. Тренеры – Даниил Благодетелев. Бик шәп яңылыҡтар! Ҡотлайым!” - тип белдерҙе республика Башлығы.
Фото: vk.com/radiyhabirov
Читайте нас