Спорт һәм туризм
26 Март 2021, 08:59

Өмөттәребеҙ селпәрәмә килде...

Ҡазанда матчтар үткәрелгәндән һуң, “Салауат Юлаев” командаһы үҙ боҙонда – “Өфө-Арена”ла – “Аҡ Барыҫ” менән сираттағы осрашыуҙарҙа еңеү яулар тип өмөт иткәйнек. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был уй-ниәттәребеҙ бойомға ашманы.

Плей-офта Гагарин кубогына “Салауат Юлаев“ менән “Аҡ Барыҫ” командалары араһындағы өсөнсө матч юлаевсылар фай­ҙаһына булманы. Уйын “Аҡ Барыҫ” иҫәбенә 2:1 иҫәбенә тамамланды. “Салауат Юлаев” командаһының берҙән-бер голы хужаһы Дмитрий Кугрышев ине.
23 мартта “Салауат Юлаев” менән “Аҡ Барыҫ” йәнә Өфөлә осрашты. Ике команданың дүр­тенсе уйынында еңербеҙ тип йәнә өмөт иткәйнек, был беҙҙең өсөн үтә мөһим ине. Тик... Сираттағы матчта ла “Аҡ Барыҫ” өҫтөнлөк алды. Улар 2:3 иҫәбе менән еңеү яуланы. Беҙҙән ҡунаҡтар ҡап­ҡаһына Джефф Плэтт һәм Александр Кадейкин шайба индерҙе.
“Аҡ Барыҫ” серияны ҡоро иҫәп менән тамамлап (4:0), Континенталь хоккей лигаһы плей-офф уйындарының ярымфиналына сыҡты.

“Салауат Юлаев” КХЛ тарихында беренсе тапҡыр 0:4 иҫәбе менән еңелде. Был миҙгелдә команданың тренеры Томи Ламса булды.
Читайте нас