Спорт һәм туризм
26 Марта 2021, 17:30

Туризм үҙәге һөйләшеүгә саҡыра

27 мартта Өфөлә туризм үҫеше стратегияһын формалаштырыуға арналған беренсе сессия була.

27 мартта Өфөләге “Торатау” конгресс-холында Башҡортостанда 2035 йылға тиклем туризм үҫеше стратегияһын формалаштырыуға арналған беренсе стратегик сессия ойошторола.
Сараны республиканың Туризм буйынса дәүләт комитеты ярҙамында Башҡортостандың Туризм үҙәге ойоштора. Унда төбәктәге ошо тармаҡ индустрияһы вәкилдәре – отельерҙар, рестораторҙар, туристик операторҙар, тау саңғыһы үҙәктәре вәкилдәре, фермерҙар, блогерҙар, туризм буйынса белгестәр һәм башҡалар ҡатнаша.
Төп маҡсат – Башҡортостанда туризмды үҫтереү. Сара ошо өлкәләге проблемалар буйынса кешеләрҙең фекерҙәрен туплау, Рәсәй төбәктәренең иң яҡшы тәжрибә өлгөләрен ҡарау, эшҡыуарлыҡ, власть, ижтимағи ойошмаларҙың мәсьәләгә бәйле оптималь ысулдарын асыҡлау өсөн үткәрелә.
Туризм үҙәге тарафынан өс сессия үткәреү ҡаралған. 10 апрелдә ойоштороласаҡ икенсеһендә Башҡортостандың башҡарма власы, муниципалитеттары, шулай уҡ геопарктар, ижтимағи һәм коммерцияға ҡарамаған ойошмалар вәкилдәре ҡатнашасаҡ. Сессияның өсөнсөһө һөҙөмтәләрҙе барлауға арналасаҡ. Унда алдағы этаптарҙа әүҙем ҡатнашҡандар саҡырылыр тип көтөлә.
Фото: pravitelstvorb.ru
Читайте нас