Спорт һәм туризм
26 Март 2021, 18:15

Улар барыһы ла – ауылдан!

Радий Хәбиров ярыштарҙа ҡатнашҡан Бөрйән, Өфө, Шишмә, Әлшәй райондары спортсылары менән ғорурланыуын белдерҙе.

Пермдә үткән Х Бөтә Рәсәй ҡышҡы ауыл спорт уйындарында Башҡортостан командаһы беренсе урын яуланы.
Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте.
“Өс алыш, саңғы ярыштары, полиатлон, шахмат, рус шашкаһы һәм спорт ғаиләләре ярыштары буйынса иң яҡшы һөҙөмтәләр күрһәттек. Уйындарҙа Рәсәйҙең 44 төбәгенән 700 спортсы ҡатнашты. Улар – ауыл, урман, балыҡ хужалыҡтары, ҡулланыусылар кооперативтары хеҙмәткәрҙәре, фермерҙар, социаль хеҙмәткәрҙәр. Ҡатнашыусылар өсөн төп шарт – улар ауыл ерендә даими йәшәргә тейеш. Башҡортостандан Пермгә Бөрйән, Өфө, Шишмә, Әлшәй райондарынан 17 спортсы һәм ике тренер барҙы. Делегация етәксеһе – Шишмә районы балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры Сергей Иванович Балуев. Ҡотлайым, ғорурланам! Ошо еңеү ярҙамында киләһе уйындар беҙҙә булыр моғайын”, – тип яҙҙы Радий Фәрит улы.
Фото: vk.com/radiyhabirov
Читайте нас