27 мартта Башҡортостанда 2035 йылға тиклем Туризм үҫеше стратегияһын булдырыу буйынса стратегик сессияның тәүге этабы үтте.
Сарала республиканың туристик индустрияһы вәкилдәре ҡатнашты: отельерҙар, рестораторҙар, туроператорҙар, шифахана учреждениелары, фермер хужалыҡтары вәкилдәре, блогерҙар һәм эксперттар. Сессияны Башҡортостандың Туризм үҫеше үҙәге республиканың Туризм буйынса дәүләт комитеты ярҙамында ойошторған.
"Әлеге сараны беҙ бөгөнгө туристик мөмкинлектәрҙе баһалау, йүнәлеште билдәләү өсөн үткәрәбеҙ. Бында туристар менән туранан-тура эшләүселәр, тармаҡ проблемаларын, үҫеш мөмкинлектәрен белгән кешеләр йыйылған. Ҡунаҡсыллыҡ индустрияһында эшләгән һәр кемгә битараф булмағаны, эшлеклелек һәм яңылыҡтарға ынтылышы өсөн рәхмәт белдерәм", - тине Туризм буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Эльмира Туҡанова.
Сара интерактив форматта үтте, ҡатнашыусылар командаларға бүленеп эшләне.
Тематик сессияларҙы "Идара практикаһы үҫеше үҙәге" коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы етәксеһе Сергей Лоханов, Дәүләт идаралығы юғары мәктәбе институтының Төбәктәр үҫеше үҙәге эксперты Валерий Медовый моделләштергән.
Туризм буйынса эксперт Кинйә Кускилдин бында фекерҙәштәрҙең йыйылыуын, сессия буйынса һығымта яһаласағын һәм уның үҫеш стратегияһы нигеҙенә ятасағын белдерҙе. 2035 йылға тиклемге стратегияның төп маҡсаты – Башҡортостанда туризмды монетизациялауҙы үҫтереү механизмын һәм шарттарын булдырыу.
Kumpan Cafe селтәренә нигеҙ һалған Михаил Кумпан был эштә берҙәмлек мөһим тип билдәләй. "Төбәк сиктәренән сығып тәжрибә үҙләштереү ҙә ыңғай һөҙөмтәгә килтерер ине. Был алым туристарға нимә кәрәклеген аңларға ярҙам итәсәк. Беҙҙә үҙенсәлекле мәҙәниәт, тәбиғәт объекттары бар, әммә инфраструктураны, сифатлы сервисты, белем биреү кластеры менән хеҙмәттәшлекте үҫтереү мөһим”, - ти ул.
Стратегик сессиялағылар клиенттарҙың маҡсат сегменттарын бергәләп билдәләне, баҙарҙа ҡатнашҡандарҙың проблемалар реестрын формалаштырҙы, идеялар тәҡдим итте һәм артабан нәмә эшләргә кәрәклеген асыҡланы.
“Бер индустрияла эшләгән белгестәрҙе бер урынға туплау – яҡшы идея. Уны тормошҡа ашырыу мөһим. Бер йылдан нимәләр эшләнгәнен билдәләй алһаҡ, яҡшы буласаҡ”, - ти республиканың Шифаханалар ассоциацияһы рәйесе, "Йоматау" шифаханаһы директорының инвестициялар буйынса урынбаҫары Арсен Искәндәров.
Башҡортостандың Туризм үҫеше үҙәге стратегик сессияның өс этабын үткәреүҙе планлаштыра. 10 апрелдә үтәсәк икенсеһендә республиканың башҡарма власть органдары, муниципалитеттары, геопарктар, йәмәғәт һәм коммерцияға ҡарамаған ойошмалар вәкилдәре ҡатнашасаҡ. Өсөнсө сессияла һығымталар яһаласаҡ, аналитика тупланасаҡ, сараларҙың юл картаһы төҙөләсәк.