Спорт һәм туризм
30 Март 2021, 12:50

Юлаевсыларҙы күреп ҡалығыҙ!

“Салауат Юлаев” хоккей клубының төп составы уйынсылары һәм тренерҙары республика ҡалалары буйлап сәфәргә сыға.

“Салауат Юлаев” хоккей клубының төп составы уйынсылары һәм тренерҙары республика ҡалалары буйлап сәфәргә сыға.
“Минең туған командам” проекты сиктәрендә “Салауат Юлаев” хоккейсылары көйәрмәндәр менән осрашасаҡ, бәләкәй хоккейсыларға оҫталыҡ дәрестәре һәм автограф бирәсәк, ғөмүмән, ҙур хоккей мөхитен булдырасаҡ.
Шулай итеп, 31 мартта – Стәрлетамаҡтағы “Стәрлетамаҡ-Арена”ла, 2 апрелдә – баш ҡалалағы “Өфө-Арена”ла, 6 апрелдә – “Туймазы-Арена”ла, 8 апрелдә “Ишембай-Арена”ла спортсылар менән осрашырға мөмкин.
Команда менән бергә Салауат һәм Юлай талисмандары, “Green Heart” һәм “Ice Gils” ярҙамсы төркөмдәр ҙә сәфәргә сыға. Ареналарҙа конкурстарҙа ҡатнашыу, уйынсылар менән иҫтәлеккә фотоға төшөү, фирма атрибутикаһы һәм сувенирҙар һатып алыу мөмкинлеге бар. Инеү бушлай.
Фото: республиканың Йәштәр һәм спорт министрлығы.
Читайте нас