Быйыл Башҡортостанда Сәләмәтлек һәм оҙон ғүмерлелек йылы тип иғлан ителде. Ошо айҡанлы мәктәптәрҙә лә төрлө саралар уҙа.
Өфөлә Рауил Бикбаев исемендәге 102-се башҡорт гимназияһында Дим районы уҡыусылары араһында Рауил Бикбаев кубогына баскетбол буйынса йомғаҡлау турниры үтте. Өс көн барған ярышта малайҙар һәм ҡыҙҙар ошо спорт төрө буйынса алдынғылар рәтенә инеү хоҡуғын, турнирҙың күсмә кубогын алыу өсөн көс һынашты.
Ярышта Дим районының 102-се, 103-сө һәм 104-се мәктәп командалары ҡатнашты. Һөҙөмтә шуны күрһәтте: малайҙар араһында I урынды – 103-сө мәктәп, II урынды – Рауил Бикбаев исемендәге 102-се башҡорт гимназияһы, III урынды Шайморатов исемендәге 104-се мәктәп яуланы. Ҡыҙҙар командалары араһында I һәм II урындарҙы Рауил Бикбаев исемендәге башҡорт гимназияһы яуланы, ә III урын 103-сө мәктәпкә бирелде. Малайҙар араһында иң яҡшы уйынсы – Николай Новиков (103-сө мәктәп) һәм Тиен Зунг (102-се башҡорт гимназияһы), ҡыҙҙар араһында – Аделина Салауатова (103-сө мәктәп) һәм Динара Имаҡова (102-се башҡорт гимназияһы).
Спортсыларҙы бүләкләү өсөн Дим районы хакимиәтенең мәҙәниәт, йәштәр һәм спорт бүлеге әйҙәүсе белгесе Тимерхан Ғәйнуллин саҡырылғайны.
“Баскетбол буйынса Рауил Бикбаев кубогына турнир уҙғарыу спорт, көс һынашыу, ҡыйыулыҡ байрамы ғына түгел. Бындай ярыштар йәш быуында илһөйәрлек тойғолары тәрбиәләүгә, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев тураһындағы хәтирәләрҙе, иҫтәлектәрҙе яңыртыуға йүнәлтелгән”, – тине Тимерхан Данир улы. Ул 102-се башҡорт гимназияһы етәкселегенә рәхмәт белдерҙе, спортсыларға грамоталар тапшырҙы.