Спорт һәм туризм
2 Апрель 2021, 14:15

"Республикабыҙ туристар өсөн иң яҡшы биләмәгә әүерелергә тейеш"

Нимә ул визит-үҙәк һәм уны ҡайҙа асалар? Төбәктә туризмды үҫтереү мәсьәләләренә арналған кәңәшмәлә ошо хаҡта әйтелде.

Башҡортостанда визит-үҙәк ойоштороу күҙаллана. Унда республика халҡы һәм төбәк ҡунаҡтары Башҡортостанды, иҫтәлекле урындарҙы миниатюрала күреп, маршрут һайлай ала. Әле Өфөгә ингән ерҙә үҙәкте урынлаштырыу өсөн майҙансыҡ һайлана.
Төбәктә туризмды үҫтереү мәсьәләләренә арналған кәңәшмәлә Хөкүмәт Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов ошондай идея тәҡдим итте.
"Республикабыҙ туристар өсөн иң яҡшы биләмәгә әүерелергә тейеш. Башҡортостанда ял итергә теләгәндәргә хеҙмәттәр исемлеген күрһәтеп, төбәк буйынса виртуаль тур төҙөргә кәрәк. Киләсәктә “Ике клик” системаһын ғәмәлгә индереү күҙаллана. Унда потенциаль турист, тәҡдимде алғас, уны ҡабул итеп, тәғәйен хаҡты түләп, үҙе өсөн бөтә хеҙмәттәр йыйылмаһын аса аласаҡ. Республикала туризмды үҫтереү йәһәтенән эште системалаштырып, бөтә йүнәлештәрҙе интеграцияларға кәрәк. Иң мөһиме – бөтә башланғыстарҙа аныҡ күрһәткестәр һәм уларға өлгәшеү алымдары күрһәтелгән булһын", – тине Рөстәм Моратов.
Ул шулай уҡ индустрияны үҫтереү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу маҡсатында Ҡунаҡсыллыҡ академияһы асыу тураһында һөйләне.
"Башҡортостандың бай тәбиғәт ресурстары үҙенсәлекле туризм объекттары өсөн төрлө майҙансыҡтар асырға булышлыҡ итә. Хөкүмәт туризм тармағында инвесторҙар менән үҙ-ара файҙалы бәйләнештәрҙе үҫтереү өсөн уңайлы шарттары тыуҙыра. Донъя йәмәғәтселегенә туристик ҡеүәтебеҙҙе танытырға, тәбиғи объекттарға тейешле статус бирергә кәрәк. Объекттарыбыҙҙы ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мәҙәни мираҫы исемлегенә индереү ойошманың платформаһын уңышлы хеҙмәттәшлек һәм халыҡ-ара кооперация өсөн файҙаланыу мөмкинлеген бирәсәк", – тине Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Эльмира Туҡанова.
Кәңәшмәлә республикала туризмды үҫтереү өсөн төп эш йүнәлештәре билдәләнде. Рөстәм Моратов ҙур Көньяҡ Урал һуҡмағын үҫтереү проекты буйынса эш башларға, бизнесты йәлеп итеү өсөн майҙансыҡты һәм тейешле ярҙам сараларын билдәләргә ҡушты. Шулай уҡ “Терра Башҡортостан” бренды буйынса тәҡдимдәр тикшерелде.
Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=51212
Читайте нас