Спорт һәм туризм
5 Апрель 2021, 14:30

Хәйбулла лаптасыларына етеүсе юҡ!

Районда лапта киң үҫеш алған. Сираттағы еңеү ҙә спортсылар өсөн алға ҙур этәргес булды.

Билдәле булыуынса, рус яҙыусыһы Александр Куприн: “Лапта – спорт уйындарының иң ҡыҙыҡлыһы һәм файҙалыһы. Унда тапҡырлыҡ, тәрән һулыш, иғтибарлылыҡ, йылғырлыҡ, шәп йүгереү, үткер күҙ, ышаныслы, ҡаты ҡул, һине еңә алмаҫтарына даими ышаныс булырға тейеш. Ялҡау һәм ҡурҡаҡтарға был уйында урын юҡ”, – тип яҙған.
Хәйбуллала лапта, рус лаптаһы, мини-лапта киң үҫеш алған. Күптән түгел район спортсылары Ырымбур өлкәһендә үткән мини-лапта буйынса чемпионатта ҙур еңеү яуланы. Ярыш Һарыҡташ ҡалаһында уҙҙы. Унда Ырымбур, Быҙаулыҡ, Октябрьск, Һарыҡташ, Новосергиевск райондарынан, Ырымбур, Буҙаулыҡ ҡалаларынан һәм Башҡортостандан алты ҡатын-ҡыҙ, һигеҙ ир-егет командалары көс һынашты.
Фото: Хәйбулла районы хакимиәте сайты.
Читайте нас