Спорт һәм туризм
5 Апреля 2021, 11:00

Йәнтөйәген онотмай

“Атайсал” проекты сиктәрендә Азат Йыһаншин Жәүҙәт Сөнәғәтуллин исемендәге мәктәпкә һәм балалар баҡсаһына спорт инвентарҙары бүләк итте.

Учалы районының Иманғол ауылында волейбол буйынса турнир үтте. Спорт һәм сәләмәт тормош яҡлы әүҙемдәрҙе үҙенә йыйған сараны бына инде дүртенсе йыл рәттән ошо ауылда тыуып үҫеп, бөгөнгө көндә республиканың ветеринария идаралығын етәкләүсе Азат Йыһаншин ойоштора.
Турнирҙа алты команда ҡатнашты - мәктәп, ветерандар, Рәми Ғарипов урамында йәшәүселәр, йәштәр, балалар баҡсаһы, ҡатын-ҡыҙҙар һәм ауыл Советының йыйылма командалары. Турнир бик ҡыҙыу барҙы. Беренсе урынды – Рәми Ғарипов урамында йәшәүселәр, икенсене – ветерандар, өсөнсөнө йәштәр командалары яуланы. Ярулин Илгиз “Иң яҡшы спортсы” булып танылды.
Йыл һайын сара инициаторы һәм бағыусыһы спортсыларға үҙенең бүләктәрен дә тапшыра. Быйыл республикала иғлан ителгән “Атайсал” проекты сиктәрендә Азат Салауат улы Жәүҙәт Сөнәғәтуллин исемендәге мәктәпкә һәм балалар баҡсаһына спорт инвентарҙары бүләк итте.
Фото: Иманғол ауыл Советы сайтынан.
Читайте нас