Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм “Дело” идарасы компанияһының Директорҙар советы рәйесе, Рәсәйҙең Гандбол федерацияһы президенты Сергей Шишкарев эшлекле осрашыу барышында республикала гандболды үҫтереү пландарын билдәләне, олимпия резервындағы училище асыу мөмкинлеге буйынса фекер алышты.
"Әле Рәсәйҙең гандбол майҙансыҡтарында Башҡортостандың данын Өфөнән ике спорт клубы – “ӨДНТУ-ВНЗМ” ир-егеттәр һәм “Өфө-Алиса” ҡатын-ҡыҙҙар командалары яҡлай. Улар Рәсәй Суперлигаһында сығыш яһай, – тине осрашыуҙа ҡатнашҡан Рәсәй Гандбол федерацияһының генераль директоры Лев Воронин. – Рәсәй гандболының генераль бағыусыһы – “Дело” идарасы компанияһының финанс мөмкинлектәрен һәм республикалағы үҙенсәлекле спорт кадрҙарын иҫәпкә алғанда, төбәктә был уйын спорты төрөнөң ышаныслы үҫешенә ҙур өмөт бар".
– Гандбол – яҡшы һәм матур спорт, – тине Радий Хәбиров. – Республикабыҙ халҡы спорт ярата, һәм беҙ ҡыҙыҡлы башланғыстарға һәр саҡ булышлыҡ итәбеҙ, айырыуса балаларҙың һәм йәштәрҙең. Мәҫәлән, мәктәптәрҙә спорт көрәше дәрестәрен индерҙек. Үҫмерҙәр уларҙы үҙ итте.
Республика Башлығы Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығына республикала олимпия резервындағы спорт училищеһын асыу мөмкинлеге ҡарарға һәм пилот ҡала, райондарҙағы мәктәптәрҙә гандбол дәрестәрен индереү планын төҙөргә ҡушты. Был спорт төрөн үҫтереү өсөн төп биләмә итеп төбәк етәксеһе Өфөнө һәм Стәрлетамаҡты билдәләргә тәҡдим итте.
Фото: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/140624.html