6 апрелдә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәйҙең спорт министры урынбаҫары Одес Байсолтанов менән осрашты. Яҡтар төбәктә физик культураны һәм спортты үҫтереү мәсьәләләрен тикшерҙе.
Осрашыуҙа Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, 13 тапҡыр паралимпия уйындары чемпионы, илдең Паралимпия комитеты вице-президенты Рима Баталова, Дәүләт Думаһы депутаты, өс тапҡыр олимпия чемпионы Бувайсар Сайтиев, Физик культура һәм күмәк спорт департаменты директоры Максим Уразов, Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов, Рәсәй Бокс федерацияһының генераль секретары Кирилл Щекутьев, олимпия чемпионы Татьяна Лебедева һәм Красногорскиҙағы “ЯРПОЛК” спорт-патриотик клубы етәксеһе Илья Шадриков ҡатнашты.
– Республикабыҙ үҙенең спорт ҡаҙаныштары менән ғорурлана. Башҡортостанда хоккей, футбол, баскетбол, волейбол – 120-нән ашыу спорт төрө яҡшы үҫешкән, – тине Радий Хәбиров. – Беҙҙә спорт объекттары етерлек, уларҙы төҙөүҙе дауам итәбеҙ. Өфөләге Рима Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәген баһалауығыҙ тураһында хәбәрҙармын. 2024 йылға тиклем беҙ муниципалитеттарҙа 16 бассейн төҙөйбөҙ. Ишембайҙа һәм Октябрьскийҙа боҙ һарайҙары һалабыҙ. Шулай уҡ Өфөлә 18 келәмлек Көрәш һарайы проектын әҙерләнек, йәй майҙансыҡта эш башлайбыҙ. Гимнастика үҙәген төҙөйбөҙ. Республикала “Ауыл тренеры” төбәк программаһы тормошҡа ашырыла. Ул муниципалитеттарға йәштәрҙе йәлеп итеү мөмкинлеген бирә. Ә “Спорт көрәшен – мәктәптәргә” проектында 62 уҡыу йорто ҡатнаша, 2024 йылға уларҙың һаны 200-гә етәсәк.
Дәүләт Думаһы депутаты Рима Баталова әйтеүенсә, “Ауыл тренеры” программаһын федераль кимәлгә сығарыу күҙаллана. Башҡортостан тәжрибәһе проекттың нигеҙен тәшкил итәсәк.
Рәсәйҙең спорт министры урынбаҫары Одес Байсолтанов республикаға эш сәфәре барышында күргән спорт объекттары яҡшы тәьҫир ҡалдырыуы тураһында белдерҙе.
– Йәштәр спортҡа барғыһы килмәй, тиҙәр. Тимәк, уларҙы йәлеп итеү өсөн шарттар тыуҙырырға кәрәк, федераль кимәлдә генә түгел, төбәктәрҙә лә. Ошондай ҡеүәтле инфраструктура булдырып, йәштәргә спортта һәләттәрен үҫтерергә мөмкинлек биреүегеҙ бик шәп, – тине ул. – Рима Баталова фондының “Милләт йәштәре” премияһын был йүнәлештәге мөһим аҙым тип иҫәпләйем. Беҙ уны иртәгә Өфөлә тапшырабыҙ. Башҡортостанда спорттың профессиональ һәм күмәк төрҙәрен сифатлы итеп үҫтереү һәм танытыу өсөн шарттар бар. Министрлыҡ был эшкә булышлыҡ итеү өсөн барыһын да эшләйәсәк.
Фото: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/140631.html