Яңауыл районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, районда һауыҡтырыу акцияларында, шулай уҡ Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Демография” милли проектына ярашлы уҙғарылған спорт сараларында ҡатнашыусылар һаны артҡандан-арта.
Сираттағы ял көндәрен яңауылдар спортҡа һәм физик күнекмәләргә арнаны. Төрлө йәштәге 300-ҙән ашыу кеше Бөтә донъя сәләмәтлек көнө айҡанлы үткәрелгән “Йәшәүгә табан 10 000 аҙым” Бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнашты.
“Йәшәүгә табан 10 000 аҙым” акцияһы дүрт йыл элек башлана һәм Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының ғәҙәти физик әүҙемлек минимумын һаҡлау өсөн кешегә көнөнә алты меңдән 10 меңгә тиклем аҙым яһарға кәәклеге тураһындағы тәҡдименә нигеҙләнә. Программа тәбиғи һауыҡтырыу алымдарын үҫтереүгә һәм танытыуға йүнәлтелә һәм “Аҙ сығым менән һаулыҡты яҡшыртыу” принцибына ҡорола.
Күмәк сара башланыр алдынан ҡатнашыусылар өсөн тәнде яҙыу буйынса күнекмәләр үткәрҙеләр, ҡан баҫымын үлсәнеләр. Финишта барыһына ла 10 000 аҙымлыҡ арауыҡты үтеү тураһында сертификат тапшырҙылар.
Фото: yanaul.bashkortostan.ru/presscenter/news/356140/