Бөгөн Өфө ҡалаһы Киров районындағы 160-сы лицейҙың спорт залында исеме бар донъяға билдәле спортсы, джиу-джитсу буйынса бер нисә тапҡыр донъя чемпионы, сәйәсмән Джефф Монсон уҡыусыларға оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе.
Хәҙер Өфөлә йәшәгән Джефф Монсон үҙенең спорт карьераһында 60 еңеүгә өлгәшкән. Ул – ҡара билбау хужаһы, Бразилия джиу-джитсу буйынса донъя чемпионы.
Билдәле булыуынса, Джефф Монсон Өфөлә джиу-джитсу һәм грэпплинг буйынса мәктәп асты. Ошондай көрәш үҙәге Башҡортостанда спортты үҫтереүгә тос өлөш индерәсәк.
Фото: Шайморат Тимербулатовтың социаль селтәрҙәге сәхифәһе.