Спорт һәм туризм
9 Апрель 2021, 15:08

Һаулыҡҡа бер ни етмәй!

7 апрелдә Бөтә донъя сәләмәтлек көнө билдәләнде.

7 апрелдә Бөтә донъя сәләмәтлек көнө билдәләнде.


Һаулыҡтың йәшәү нигеҙе икәнлегенә бер кем дә шик­ләнмәй. Бигерәк тә хәҙерге коронавирус инфекцияһы янаған осорҙа сәләмәт тормош алып барыуҙың мөһим икәнлеген онотмайыҡ.
1950 йылдан алып был көн һаулыҡ һаҡлауҙың төп проблемаларына йүнәлтеү өсөн үткәрелә. Быйыл ул “Ғәҙелерәк, сәләмәтерәк донъя төҙөйбөҙ” тигән девиз аҫтында үтте. БМО Генераль секретары Антониу Гутерреш һүҙҙәренә ҡарағанда, “COVID-19” пандемияһы төрлө илдәрҙә медицина ярҙа­мынан файҙаланыу кимәлен күрһәткән. Донъялағы халыҡ­тың яртыһының тиерлек хатта иң ябай медицина хеҙмәт­тәренән файҙалана алмауы асыҡланған. Өҫтәүенә, панде­мияға тиклем үк матди хәл­дәре яҡшы булмаған илдәр­ҙең хәле тағы насарайған.
Табиптарҙың сәләмәт­лектең дауалауҙан түгел, сирҙәрҙе иҫкәртеүҙән башлана, тигән һүҙҙәрен хәтерҙән сығармайыҡ. Шуға физик йәһәттән әүҙем тормош алып барайыҡ, спорт менән дуҫлашайыҡ. Ғөмүмән, һаулығыбыҙға һаҡсыл ҡараш булдырайыҡ.
Белгестәр әйтеүенсә, физик әүҙемлек йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын иҫкәртә. Ошо сәбәпле, Республика кардиология үҙәге биләмәһендә профессиональ фитнес-тренерҙар менән бергәләп физик зарядка эшләнеләр.
Шуныһы үҙенсәлекле: һау­лыҡ һаҡлау хеҙмәт­кәрҙәрен Рәсәйҙең иң көслө кешеһе Эльбрус Ниғмәтуллин, кикбоксинг һәм хәрби һуғыш төрҙәре буйынса халыҡ-ара ярыштар чемпионы Вил Ғабдуллин, “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк башҡар­ма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров, Республика кардиология үҙәге баш табибы Ирина Николаева сәләм­ләне. Башҡорт эстрадаһы “йондоҙ”ҙары Вилдан Яруллин, Рәмил Бәҙәмшин сығыш яһаны. “Ошо рәүешле табип­тарыбыҙға рәхмәт һүҙҙәрен еткерергә булдыҡ, уларға сәскәләр һәм туңдырма бүләк иттек”, – тип белдерҙе Рөстәм Әхмәҙинуров.
Физик зарядканы шулай уҡ Тхэквондо спорт фе­де­рацияһы тәрбиәләнеүселәре һәм башҡалар эшләне.

Сара “Башҡорт һалҡыны” яуаплылығы сикләнгән йәмғите һәм “Optzor.Ru” сәскәләр салоны селтәре ярҙамында ойошторолдо.
Читайте нас