Спорт һәм туризм
9 Апрель 2021, 17:45

Башҡортостанда Рәсәй беренселеге үтәсәк

Бөгөн Радий Хәбиров Рәсәй Биатлон федерацияһы президенты, атҡаҙанған спорт мастеры Виктор Майгуров менән осрашты.

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Биатлон федерацияһы президенты, ике тапҡыр Олимпия уйындары чемпионы, атҡаҙанған спорт мастеры Виктор Майгуров менән осрашты. Улар республика биатлонсыларының уңыштарын барланы, төбәктә спорт үҫеше мөмкинлектәрен барланы.
– Башҡортостан – спорт йәһәтенән бик әүҙем төбәк. Биатлон беҙҙә тәүге урындарҙың береһен биләй. Спортсылар уңыштары менән һөйөндөрә: үткән йәкшәмбелә, 4 апрелдә, Александр Бабчин, Антон Бабиков, Алексей Петров һәм Эдуард Латипов Рәсәй чемпионатында ирҙәр араһындағы эстафетала беренсе урын яуланы. Башҡортостан биатлонының бай тарихы һәм ҙур киләсәге бар. Беҙ Федерация менән хеҙмәттәшлеккә маҡсат тотабыҙ һәм төбәктә төрлө кимәлдәге спорт сараларын ҡабул итергә әҙербеҙ, – тине Радий Хәбиров.
Виктор Майгуров Башҡортостан Башлығына төбәктә биатлонды үҫтереүгә ҙур иғтибар биргәне өсөн рәхмәт белдерҙе.
"Мин спортсылар һәм тренерҙар менән аралаштым, улар инвентарға ла, шөғөлләнеү майҙандарына ла ҡытлыҡ кисермәй. Һеҙҙең спортсыларҙың, тәүге сиратта Эдуарда Латиповтың, уңыштары менән ихлас ҡотлайым. Ул Рәсәй йыйылма командаһы лидерына әйләнде. Башҡортостан алғы позицияларға ҡайта. Сентябрҙә Өфөлә юниорҙар араһында йәйге биатлон буйынса ил беренселеге уҙасаҡ, ил Кубогының һәм Рәсәй чемпионатының ҡышҡы старттарын үткәреү планы ла бар", – тине Федерация етәксеһе.
Радий Хәбиров, көҙ үтәсәк ил беренселеге алдынан Өфөләге биатлон комплексы яңыртыласаҡ, тип белдерҙе. Бында саңғы-роллер трассаһы, атыу майҙаны, административ биналар тәртипкә килтереләсәк. Ошонан һуң “Биатлон” спорт комплексы барлыҡ заман талаптарына яуап бирәсәк.
Виктор Майгуров республикала саңғы спортының матди базаһын яңыртыу пландарын хупланы. Һүҙ шулай уҡ Октябрьский, Белорет, Ишембай ҡалаларындағы трассалар хаҡында ла бара.
Фото: glavarb.ru
Читайте нас