Спорт һәм туризм
9 Апрель 2021, 15:07

Әлшәйҙәр сәләмәт тормош яҡлы

Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда спортҡа айырыуса ҙур иғтибар бүленә. 2019 йылда республикабыҙ хатта тотош илдә спорт үҫеше буйынса иң яҡшы төбәк тип танылды һәм Милли спорт премияһына лайыҡ булды.

Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда спортҡа айырыуса ҙур иғтибар бүленә. 2019 йылда республикабыҙ хатта тотош илдә спорт үҫеше буйынса иң яҡшы төбәк тип танылды һәм Милли спорт премияһына лайыҡ булды.


Башҡортостанда балалар­ҙың, йәштәрҙең, өлкәндәрҙең, ғөмүмән, теләге бар һәр кем­дең спорт менән шөғөллә­неүе өсөн шарттар булдырыла. Республика ҡалала­рындағы һәм райондарын­дағы уңайлы физкультура-һауыҡтырыу комплекстарында, бассейндарҙа, көрәш зал­дарында, футбол һәм хоккей майҙансыҡтарында буш ва­ҡытты үҙ файҙаңа – сәлә­мәтлекте нығытыу өсөн – үткәрергә мөмкин.
Әлшәй районында ла сә­ләмәт тормош алып барырға теләгәндәр бихисап. Улар өсөн Раевка ауылындағы гимназия биләмәһендә төрлө спорт ҡорамалдары менән йыһазландырылған махсус майҙансыҡ барлыҡҡа килгән. Районда ике миллион һумдан ашыу аҡсаға спорт-технологик ҡоролма һатып алынған. Был майҙансыҡтың барлыҡҡа килеүе ошонда йәшәгән кешеләргә спортҡа ылығыу һәм сәләмәтлекте нығытыу өсөн киңерәк мөмкинлектәр асасаҡ. Әйткәндәй, был май­ҙансыҡ спорт менән шөғөл­ләнеү генә түгел, шулай уҡ халыҡҡа “Хеҙмәткә һәм обо­ронаға әҙер” Бөтә Рәсәй физкультура-һауыҡ­тырыу яраҡ­лылығы буйынса тест үткәреү өсөн дә тәғәйенләнгән.
Өҫтәүенә, Раевкала былтыр бына тигән яңылыҡ теркәлде: районда беренсе бассейнлы спорт комплексы асылды.

Комплекс “Башҡортос­тандың 100 йыллығына – 100 объект” проектына ярашлы төҙөлгән. Ул барлыҡ талап­тарға ярашлы итеп сафҡа индерелгән. 25 метрлыҡ бассейнда дүрт йөҙөү юлы бар. Бынан тыш, 45-кә 25 метрлыҡ спорт залы ла урынлашҡан. Унда баскетбол, волейбол, гандбол һәм мини-футбол менән шөғөлләнергә мөмкин. Ярҙамсы барлыҡ биналар ҙа күҙ уңында тотоп эшләнгән: сисенеү, душ бүлмәләре. Һыуҙы таҙартыуҙың заманса системаһы ҡуйылған. Спорт комплексының дөйөм майҙаны – өс мең квадрат метрҙан ашыу.
Яңы спорт комплексы барлыҡ заман талаптарына яуап бирә. Бында һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр ҙә шөғөлләнә ала. Улар өсөн бассейнда күтәреү механизмы бар, ингән урын­дарға пандустар ҡуйылған.
Күптән түгел ошо спорт комплексында һәм Раевка ауылындағы балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә Башҡортостан Республикаһы XXIX Ауыл спорт уйында­рының волейбол буйынса ярыштары ойошторолдо. Унда Әлшәй, Бишбүләк, Бүздәк, Йәрмәкәй һәм Шишмә райондарының ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр командалары ҡатнашты. Сараны Әлшәй район хакимиәтенең Спорт һәм йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты, район мәғариф бүлеге һәм Раевка ауылын­дағы балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе ойошторҙо. Һөҙөмтәлә Әлшәй районы­ның ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр йыйылма командалары беренсе һәм икенсе урын яуланы.
“Демография” милли про­ек­тының “Спорт – йәшәү нормаһы” федераль проекты сиктәрендә Раевка ауылында Тест биреү үҙәге тарафынан “ГТО” Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы сиктә­рендә райондың дөйөм белем биреү ойошмалары һәм предприятиелар араһында саңғы ярыштары буйынса нормативтарҙы тапшырыу ойошторолдо. Шуныһы үҙен­сәлекле: был сарала 6 йәштән 63-кә тиклемгеләр ҡатнашты.

Әлшәй районында волейбол буйынса XXIX Баш­ҡорт­остан Республикаһы Ауыл спорты уйындарының төбәк ярыштары үткәрелде. Унда Әлшәй, Бишбүләк, Бүздәк, Йәрмәкәй һәм Шишмә райондарынан биш йыйылма команда үҙ көсөн һынаны. Сараны Әлшәй районы хаки­миәтенең спорт һәм йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты, райондың мәғариф бүлеге, балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе ойошторҙо.


Әлшәй районы.
Читайте нас