10 апрелдә Өфөләге “Торатау” конгресс-холында 2035 йылға тиклем Туризм үҫеше стратегияһын булдырыу буйынса стратегик сессияның икенсе этабы үткәрелә.
Сараны Башҡортостандың Туризм үҫеше үҙәге республиканың Туризм буйынса дәүләт комитеты ярҙамында ойоштора. Унда республиканың башҡарма власть органдары, муниципалитеттар, геопарктар, йәмәғәт һәм коммерцияға ҡарамаған ойошмалар ҡатнаша.
2035 йылға тиклем Туризм үҫеше стратегияһының төп маҡсаты – Башҡортостанда ошо тармаҡты заманса үҫтереү. Сара өлкәгә ҡағылышлы проблемаларҙы ҡарау, уларҙы хәл итеү варианттарын эҙләү, Рәсәй төбәктәрендәге һәм тотош донъялағы туризм үҫеше тәжрибәһен өйрәнеү, эшҡыуарлыҡ, власть, ойошмаларҙың бергә эшләү юлдарын асыҡлау өсөн ойошторола.
Башҡортостандың Туризм үҫеше үҙәге стратегик сессияның өс этабын үткәреүҙе планлаштыра. Һуңғыһында һығымталар яһаласаҡ, аналитика тупланасаҡ, сараларҙың юл картаһы төҙөләсәк.