Спорт һәм туризм
16 Апрель 2021, 17:15

500-гә яҡын спортсы килде

Радий Хәбиров грек-рим көрәше буйынса ХХХV Рәсәй беренселеге еңеүселәрен һәм призерҙарын бүләкләү тантанаһында ҡатнашты.

Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров СССР-ҙың атҡаҙанған тренеры Владимир Борман иҫтәлегенә 16 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр араһында грек-рим көрәше буйынса ХХХV Рәсәй беренселеге еңеүселәрен һәм призерҙарын бүләкләү тантанаһында булды. Турнирҙа Рәсәй төбәктәренән 500-гә яҡын спортсы ҡатнашты.
– Һоҡланғыс шәхес, СССР-ҙың атҡаҙанған тренеры Владимир Алексеевич Борман иҫтәлегенә үҫмерҙәр араһында Рәсәй беренселеге тамамлана. Ҡатнашыусыларҙың барыһы ла Өфөнән яҡшы тәьҫораттар менән ҡайтып китәлер, тип ышанам. Беҙгә 500-гә яҡын кеше – Рәсәйҙең 60-тан ашыу төбәге вәкиле ҡунаҡҡа килде, – тине Радий Хәбиров. – Тренерҙарыбыҙға айырым рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Бына тигән йәштәр тәрбиәләгән, ысын ир-егет, яҡшы кеше булырға өйрәткән өсөн рәхмәт. Беҙ оҙаҡҡа хушлашмайбыҙ. Августа Өфө юниорҙар араһындағы чемпионатты ҡабул итә. Ярыш бик ҡыҙыҡлы буласаҡ. Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, уңыштар һәм яңынан осрашҡанға тиклем!
Башҡортостан Башлығы спорт көрәше ветерандарына, тренерҙарға һәм судьяларға дәүләт наградалары тапшырҙы. Кәрим Ғәйнетдин улы Ғөбәйҙуллин – “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура һәм спорт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә, Дамир Марс улы Әхмәтйәнов һәм Вил Мәҙехәт улы Ғәлимйәнов Башҡортостан Башлығының Рәхмәт хаттарына лайыҡ булды.
Фото: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/140950.html
Сығанаҡ: glavarb.ru
Читайте нас