Бөтә Рәсәй “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” (ГТО) – илдә халыҡты тәрбиәләүҙең төп норматив базаһы. Ул спорт менән күпләп шөғөлләнеүгә йүнәлтелгән. Күптән түгел Ғафури районындағы белем биреү ойошмалары уҡыусылары ла ГТО нормативтарын тапшырҙы.
Красноусол ауылында үткәрелгән “Белем биреү ойошмалары араһында ГТО” Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексының район фестивалендә биш йәш төркөмөнә ҡараған 140 ҡыҙ һәм малай ҡатнашты. Улар оҙонлоҡҡа һикереү, йөҙөү кеүек нормативтарҙы үтәне. Сарала еңеүселәр ГТО хәрәкәтендә әүҙем ҡатнашҡаны өсөн Ғафури районы хакимиәтенең грамоталары, миҙалдар менән бүләкләнде.
“Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” төбәк проекты сиктәрендә ошондай уҡ сара райондың белем биреү ойошмалары хеҙмәткәрҙәре араһында ла ойошторолдо. Үҙ көсөн, сыҙамлылығын һынап ҡарау өсөн район мәктәптәренән 100-ҙән ашыу уҡытыусы Красноусол ауылына йыйылды.
Был үҙенсәлекле сарала ҡатнашҡан балалар ҙа, ололар ҙа нормативтарҙы үтәп кенә ҡалманы, киләсәккә көс-дәрт, яҡшы кәйеф туплап таралышты.