Спорт һәм туризм
16 Апрель 2021, 07:40

Билдәле көрәшсенең юлын дауам итеп

Көйөргәҙе районының Ермолаевка ауылындағы “Ыласын” физкультура-һауыҡтырыу комплексында спорт мастеры, Рәсәй чемпионы Иршат Исмәғилев иҫтәлегенә арналған көрәш буйынса 16-сы республика турниры үткәрелде.

Көйөргәҙе районының Ермолаевка ауылындағы “Ыласын” физкультура-һауыҡтырыу комплексында спорт мастеры, Рәсәй чемпионы Иршат Исмәғилев иҫтәлегенә арналған көрәш буйынса 16-сы республика турниры үткәрелде.


Сарала Өфөнән, Ишембайҙан, Дәүләкәндән, Көйөргәҙе, Стәрле­баш, Федоровка, Мәләүез райондарынан һигеҙ команда ҡатнашты. Беренсе урынды – Көйөргәҙе районы, икенсе урынды – Күмертау, өсөнсө урынды Стәрлебаш спортсылары яуланы.


“Турнирҙы үткәреү ҡыуаныс­лы, географияһы ла киңәйә. Шуға мине саҡырғас һәм сараның район, ғаи­лә көсө менән үткәрелеүе хаҡында әйткәстәр, килергә, ярыштарҙың приздар фондына ярҙам итергә булдым. Хәтеремдә: 2015 йылда Мәскәүҙә яҡташтар ойошма­һының үҙ көсө менән ошондай уҡ тур­нирҙы генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов иҫтә­легенә үткәр­гәйнек. Район­дар­ҙа спорттың милли төрҙәренә әүҙем ярҙам итеү­ҙәренә һәм балаларҙы, йәштәрҙе йәлеп итеүҙәренә шатмын”, – тип белдергән сараның бүләкләү тантанаһынан һуң республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов.


Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы Юлай Ильясовтың һүҙ­ҙәренә ҡарағанда, билдәле кө­рәшсе Иршат Исмәғилев Баш­ҡортостандың көньяғында көрәш үҫешенә ҙур өлөш индергән, тип хәбәр итә “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы. Ә бындай спорт сара­ларын үткәреү Рәсәй Прези­ден­тының май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Демография” милли проектының “Спорт – йә­шәү нормаһы” проекты маҡсат­тарын тормошҡа ашырырға ярҙам итә.
Читайте нас