30 апрелдә Пермдә ҡаяға үрмәләү буйынса Европа беренселеге башлана.
Рәсәй йыйылма командаһына Башҡортостандан дүрт вәкил – Белореттан Степан Коробкин, Салауаттан Камилла Ҡушаева, Өфөнән Никита Невзоров менән Полина Федорова инде.
Республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы хәбәр итеүенсә, ҡаяға үрмәләүселәр боулдеринг, ауырлыҡҡа үрмәләү, тиҙлеккә үрмәләү ярыш төрҙәре буйынса үҙҙәрен һынап ҡараясаҡ.
Быға тиклем Камилла Ҡушаева менән Никита Невзоров ҡатмарлылыҡ, тиҙлек һәм “боулдеринг” дисциплиналары буйынса яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән.