Спорт һәм туризм
16 Апрель 2021, 08:06

Тренерының яҡты иҫтәлегенә бағышланы

Һәр кем тормошта ниндәйҙер ҡаҙаныштарға өлгәшә икән, был һөҙөмтәләргә янында һәр саҡ ярҙам-терәк булған остазы, яҡындары, туғандары ярҙамында ла өлгәшелгән, тигән һүҙ.

Һәр кем тормошта ниндәйҙер ҡаҙаныштарға өлгәшә икән, был һөҙөмтәләргә янында һәр саҡ ярҙам-терәк булған остазы, яҡындары, туғандары ярҙамында ла өлгәшелгән, тигән һүҙ.


Күптән түгел яҡта­шыбыҙ Полина Хә­йерт­динова донъя беренселегендә ике алтын миҙал яуланы. Шпага менән эш ит­кән спортсы­лары­быҙҙың ошондай ҙур ҡаҙанышҡа өлгәшеүе – беренсе урын яулауы – быға тиклем теркәлмәгәйне. Шуныһы үҙенсәлекле: Полина ярыштарға ҡулына ҡара таҫма бәйләнгән килеш сыҡты. Ошо рәүешле ҡыҙ үҙенең тренерын, Рәсәйҙең спорт мастеры Михаил Дурневты иҫкә алды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, белгес 30 мартта яҡты донъя менән хушлашҡайны.
Ә яҡташыбыҙҙың миҙалдарына килгәндә, ул берәүһен – команда иҫәбендә, икенсеһен шәхси ярышта яуланы. Әйткәндәй, команда иҫәбендә Өфөнән тағы Егор Баранников һәм Аделина Бикбулатова алтын миҙалға лайыҡ булды.
17 мартта башҡорт спортсылары Новосибирскиҙа уҙғарыласаҡ Рәсәй чемпионатында Башҡортостан исеменән сығыш яһаясаҡ. Уларға уңыштар теләйбеҙ!
Читайте нас