“Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух”, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Йәнә: “Хәрәкәттә – бәрәкәт”, тип тә өҫтәйҙәр. Тап физик әүҙемлек – кеше ғүмере оҙонлоғоноң төп сере. 2021 йылдың да республикабыҙҙа Сәләмәтлек һәм оҙон ғүмерлелек йылы тип иғлан ителеүе тиккә түгел.
Һаулыҡ – ул донъялағы иң ҡәҙерле нәмә. Ул булғанда, тормош та көйлө бара, йәшәү ҙә күпкә ҡыҙығыраҡ. Һыҙланыуҙар, ауырыуҙар юҡ икән, ҡояш та сағыу балҡый, яҡындарығыҙ ҙа һәр саҡ шат. Йәнә һау кешегә табип та кәрәкмәй, дарыуҙарға ла сығымдар китмәй. Тағы шуныһы, сәләмәтлекте һатып алып булмай. Шуға һаулыҡты һаҡлайыҡ, әүҙем тормош алып барайыҡ, дуҫтар! Һеҙгә йәшәү йәме булған сәләмәтлеккә ҡағылышлы бер нисә кәңәш бирмәксебеҙ.
Сәләмәт йәшәүҙең төп ҡағиҙәләре:
* Өлкән кеше тәүлегенә ете-һигеҙ сәғәттән кәм йоҡламаҫҡа тейеш. Ә балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең 9 – 13 сәғәт йоҡлауы зарур.
* Сәләмәт туҡланыу. Аҙыраҡ, әммә йышыраҡ ашау яҡшыраҡ, ти белгестәр.
* Ҡара сәй менән ҡәһүәгә ҡарағанда, күберәк таҙа һыу эсегеҙ. Ә бына алкоголде инҡар итегеҙ.
* Күберәк хәрәкәт итегеҙ. Юҡҡа ғына хәрәкәттә – бәрәкәт, тип әйтмәгәндәр бит!
* Яҡындарығыҙ менән күберәк аралашығыҙ, йырлағыҙ, бейегеҙ, йәғни күңелегеҙгә нимә яҡын, шуның менән шөғөлләнегеҙ.
* Тормошта барған барлыҡ хәлдәргә контроллек итеп булмай. Шуға насар хәлдәргә иғтибар итмәҫкә тырышығыҙ.
* Төрлө сирҙәрҙе иҫкәртеү өсөн табипҡа күренергә һәм уның кәңәштәрен үтәргә тырышығыҙ. Сөнки һәр нәмәне ваҡытында иҫкәртеү яҡшыраҡ.