“Өфө” футбол клубы баш тренер менән килешеү хаҡында рәсми рәүештә иғлан итте.
Был вазифаға быға тиклем Мәскәүҙең “Велес” йәштәр командаһында ошондай уҡ урынды биләгән 37 йәшлек Алексей Стукалов тәғәйенләнгән. Башҡорт командаһының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәренә ҡарағанда, килешеү 2023 йылдың июненә тиклем иҫәпләнгән.
Ҡыҫҡаса белешмә. Алексей Стукалов 1983 йылда Ставрополдә тыуған. Мәскәүҙәге “Смена” махсуслашҡан балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә тренер-уҡытыусы булып эшләгән. 2007-2008 йылдарҙа “Ҡотҡарыусы” командаһы спортсыларын күнектергән һәм улар менән Мәскәү өлкәһе беренселегендә ҡатнашҡан.
2009 йылдан “Химки” структураһында эшләгән. 2016 йылдан Калининградтағы “Балтика” клубында Игорь Захряктың ассистенты булған. Артабан ул Һарытауҙың “Ыласын” клубында тренер ярҙамсыһы һәм етәксе булып эшләгән. Тап ошо ваҡытта был команда “Үҙәк” зонаһында һигеҙенсе урынға сыҡҡан.
2019 йылдың 14 ғинуарында “Велес”ҡа баш тренер итеп тәғәйенләнгән. Һөҙөмтәлә 2019/2020 уйын миҙгелендә был клуб Профессиональ футбол лигаһында беренсе тапҡыр Футбол милли лигаһының финалына сыҡҡан.