Спорт һәм туризм
21 Апрель 2021, 11:15

Ялға барһағыҙ, түләгән аҡсағыҙ өлөшләтә ҡайтарыла

Ошо айҡанлы Владимир Путин ниндәй ярҙам саралары тәҡдим итте?

Рәсәй Президенты Владимир Путин бөгөн Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһе барышында ғаиләләргә, балаларға ҡағылған бик күп ярҙам төрҙәре тураһында әйтте. Тағы бер сара – балалар ялын мөмкин булғанса арзанлаштырыу.
Ошо айҡанлы Владимир Владимирович балалар лагерҙары юлламаларының ярты хаҡын кире ҡайтарырға тәҡдим итте. Бынан тыш, ул Рәсәйҙә ял иткән кешеләрҙең сығымдарының 20 процентын кире ҡайтарыу программаһын йыл аҙағына тиклем оҙайтырға ҡушты. Шулай уҡ студенттар туризмына ла иғтибар кәрәклегенә баҫым яһалды.
“Олимпиадаларҙа үҙҙәрен күрһәткән, ирекмәнлек һәм ижади башланғыстар менән янған йәштәрҙе дәртләндерергә кәрәк. Ундай йәштәр өсөн каникул мәлдәрендә лә сығымдарҙың бер өлөшөн кире ҡайтарыу программаһы ғәмәлдә буласаҡ", – тине Владимир Путин.
Фото: www.kremlin.ru
Читайте нас