Спорт һәм туризм
24 Апреля 2021, 12:00

Ветеран Рәсәй беренселегендә еңеүсе!

Ике алтын миҙал менән ҡайтҡан тренер был уңыштар менән генә сикләнергә уйламай. Уны алда тағы етди бурыстар көтә.

Яңауыл ҡалаһы пенсионеры гер спорты буйынса Рәсәй беренселегендә еңеү яуланы.
Чебоксар ҡалаһында 65 йәштән өлкәнерәк спортсылар араһында үткәрелгән ярыштарҙа илдең төрлө төбәктәренән килгән иң таһыллылар, көслөләр ҡатнашты.
Яңауыл ҡалаһында йәшәгән Нәзим Дәүләтшин бер юлы ике программала – үҙенең йәшендә һәм ауырлыҡ категорияһында - еңеү яуланы. Ике алтын миҙал менән ҡайтҡан тренер был уңыштар менән генә сикләнергә уйламай. Европа беренселеге алдынан үткәрелгән һайлап алыу ярыштары тағы ла етдирәк бурыстар ҡуя.
Фото: BashNews.
Читайте нас