Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 12 – 16 майҙа Өфөләге “Динамо” йәмғиәте нигеҙендә хеҙмәт коллективтары, дәүләт граждан һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәр араһында Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексының “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” (ГТО) фестивале уҙғарыла. Фестивалгә дөйөм етәкселекте Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” федераль проектына ярашлы, Рәсәй Федерацияһының Спорт министрлығы тормошҡа ашыра.
Мәғлүм булыуынса, сара өсөнсө тапҡыр ойошторола, әммә унда тәүге тапҡыр дәүләт граждан һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәр ҡатнаша. Унда ил төбәктәренән 44 команда – 25-59 йәшлек 400-гә яҡын кеше килә.
Ҡатнашыусылар салҡан ятып кәүҙәне күтәреү, турникта күтәрелеү, уҡ атыу, йүгереү, ГТО эстафетаһы кеүек һынауҙарҙы үтергә тейеш.
Фестиваль 13 майҙа асыла. Уны ябыу тантанаһы 15 майҙа була.