Спорт һәм туризм
2 Май 2021, 15:00

Айғырбатҡанда - ат сабыштары

Әбйәлилдә Советтар Союзы Геройы, генерал-майор Таһир Кусимов иҫтәлегенә ойошторолған бәйгелә кемдәр еңеү яуланы?

Һуңғы ваҡытта башҡорт аты ҡымыҙ һәм ҡаҙыһы, ите менән генә данланмай, ә бәйгеләрҙә сабып, төрлө сабыштарҙа урын алыуы менән дә күптәрҙе ҡыҙыҡһындыра. Тап ошо маҡсатта бәйге аттары тотоу менән генә шөғөлләнгән эшҡыуарҙар ҙа бар. Уларҙың юртаҡтары республикала ғына түгел, унан ситтәге күп ярыштарҙа ла призлы урындар алып, үҙен дә, һыбайлыны ла, хужаһын да данға күмгән.
Бөйөк Еңеү көнө алдынан Әбйәлилдең Айғырбатҡан ауылы янындағы район һабантуйы үткәрелгән майҙанда Советтар Союзы Геройы, генерал-майор Таһир Кусимовтың яҡты иҫтәлегенә арнап ат сабыштары ойошторолдо. Биш заезда уҙған бәйгелә, әбйәлилдәрҙән тыш, Баймаҡ, Белорет, Учалы, Архангель райондары һыбайлылары ҡатнашты. Ярышҡа 70-кә яҡын ат сыҡты.

Ике йәшкә тиклемге башҡорт аттары араһында беренсе урынды Альберт Ыласыновтың "Уклон" ҡушаматлы аты яуланы (һыбайлыһы — Илназ Мостафин).
Төрлө йәштәге эш аттары ярышҡан икенсе заезда әбйәлилдәр үҙ-ара көс һынашты. Бында Илгизәр Ишбаевтың Наталья Абуллина менгән “Ураган”ына етеүсе булманы.

Башҡорт аттары сабышында учалылар беренселекте яуланы: Динар Фазлетдинов “Шатлыҡ” ҡушаматлы атта (хужаһы — Рөстәм Фазылов) финишты беренсе булып үтте.
Өс йәште үткән төрлө тоҡомло аттар 2100 метрға йүгергән дүртенсе заезда Сибайҙан килгән “Ирсайт” ҡушаматлы ат беренселекте бирмәне — һыбайлыһы Сергей Айсонов, хужаһы - Алмас Шөғөров.

Иң ҙур дистанцияға һигеҙ ат сыҡты. Бында баймаҡтар еңеүсе булды: баштан уҡ алға ынтылған “Анкур”ҙа Ҡәйүм Хөсәйенов (ат хужаһы — Земфир Ғәйнуллин) беренсе булып килде.
Киләсәктә лә райондарҙа бәйгеләр үтәсәк, башҡорт тоҡомло аттарҙың данын ошо йүнәлештә лә бар илгә танытырға теләй ат хужалары.
Фото: "Осҡон" гәзите сайты.
Читайте нас