Май байрамдарында Өфө ҡалаһынан Олег Чегодаев бер үҙе йәйәүләп Урал тауҙары буйлап сәйәхәткә сыҡҡан.
"Бындай походтарҙы яңғыҙ үтеү психологик яҡтан еңелерәк. Дүрт-биш ай эсендә Уралды тотошлай буйлап сығырға планлаштырам. Маршруттың оҙонлоғо - яҡынса өс мең километрҙан ашыу", - ти Олег Чегодаев.
Ул сәйәхәтен Урал йылғаһынан башлап, артабан Йылайыр таулығы, Мораҙым тарлауығы, Шүлгәнташ, Оло Көньяҡ Урал һуҡмағы, Ирәмәл, Тағанай тауҙары аша үтергә уйлай. Сәйәхәтсе Уралдың иң бейек нөктәләрендә булырға планлаштыра. Юлға техник әҙерлеккә ярты йыл самаһы ваҡыт һәм 500 мең һум тирәһе аҡса сарыф иткән. Юлда йәнә сығымдарҙың байтаҡҡа барып етеүе ихтимал, ти.
"Алдыма әллә ни ҙур маҡсаттар ҡуймайым. Был ярыш түгел, минең өсөн иң мөһиме - Уралдың күп яҡлы һәм күп ҡырлы хозурлығын күрһәтеү. Шуға күрә бик күп фото, видео һәм текстар буласаҡ. Сәфәремдең ҡыҙыҡлы, файҙалы булырына ышанам. Ҡалалар аша үткәндә, лекциялар уҡыуҙы ла планлаштырам", - ти Олег Чегодаев.
Сәйәхәт тураһындағы барлыҡ фото-видеоматериалдарҙы социаль селтәрҙәрҙең бөтәһенә лә һалып барырға уйлай. Артабан күп сериялы фильм төшөрөү теләге менән яна.
Ҡыйыу сәйәхәтсегә уңыштар, юлының ыңғай булыуын, яҡшы кешеләр генә осрауын, ҡуйған маҡсаттарына өлгәшеүен теләйек.