Спорт донъяһында ниҙәр генә булмай. Әммә шуныһы бар: барыбер сәмселдәр, ныҡышмалдар, ихтыяр көсөнә эйә булғандар еңеү яулай.
Башҡорт ҡыҙы Тамара Танһыҡҡужина ла Польшала барған ярыштарҙа башта еңелеүгә дусар булғайны. Өҫтәүенә, тағы спортсының сәменә, йәненә тейерлек хәлдәрҙең теркәлеүенә шаһит булдыҡ.
Әммә бер ниндәй ҡаршылыҡтарға ла бирешмәне Тамара! Киреһенсә, етенсе тапҡыр донъя чемпионы исемен яуланы!
Беҙ ошондай мәртәбәле спортсыбыҙ булыуы менән ғорурланабыҙ. Ул йәнә Рәсәй һәм Башҡортостан исемен барлыҡ ҡитғаларға яңғыратты.
Бөгөн данлыҡлы яҡташыбыҙ олуғ еңеү яулап, Башҡортостаныбыҙға ҡайтты. Беҙ уны Өфө аэропортында ҡаршыланыҡ һәм еңеүе менән ҡотланыҡ. Арҙаҡлы спортсы "Башҡортостан" гәзитенә үҙенең ҡултамғаһы ҡуйылған китапты бүләк итте. Чемпионды тәбрикләргә ғаиләһе, дуҫтары, шашкасылар, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова һәм башҡалар килгәйне.