Былтыр билдәле блогер Рөстәм Нәбиев Эльбрусты яулаһа, әле популяр йырсы, виртуоз ҡумыҙсы Заһир Зәйнетдинов иң бейек тау түбәһенә үрмәләүен дауам итә. Был хаҡта ул социаль селтәрҙәге сәхифәһендә белдергән.
Зәйнетдин сәйәхәттән алған тәьҫораттарын теркәү өсөн көндәлек алып бара. Һуңғы яҙмаһында ул тауҙың бер кемде лә йәлләмәүе хаҡында белдергән.
"20 метр үтеп өлгөрмәйһең, тын алыуы ҡыйынлаша, һауа етмәй. 3,5 сәғәт кенә йоҡлай алдым, башым ныҡ ауырта, үҙемде насар тоям, күңелем болғана. Быны "тау сире" тиҙәр", тигән ул.
Артабан команданан ике кешенең тауҙан кире төшөүе хаҡында ла белдергән. Уларҙың береһенең ҡан баҫымы, икенсеһенең тән температураһы күтәрелгән.
Әйткәндәй, Заһир Зәйнетдинов Урал аръяғы райондары буйлап үткән гастролдәр мәлендә Ирәндек тауҙарының бейек нөктәһе Күсемташта булыуы хаҡында видеояҙма урынлаштырып, 700 йыллыҡ Баш ҡарағас янында ҡумыҙ уйнап, ҡурай тартып йөрөгәйне. Күрәһең, йырсыға тауҙар оҡшай, уларҙан йәне-тәненә сихәт ала. Яҡташыбыҙға Эльбрусты тиҙерәк яулап, имен-аман әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ.
Фото Заһир Зәйнетдиндең "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.