Туристарҙың яратып йөрөгән Ҡыҙыл диңгеҙ, боронғо Мысыр пирамидаларын һәм төрбәләрен күреү, был илдең куротттарында ял итеү билдәле сәбәптәр арҡаһында бик оҙаҡ ваҡытҡа туҡталып торғайны.
Ниһайәт, Мысыр йүнәлешендә авиабәйләнештәр ҡабаттан тергеҙелде. Кисә тәүге тапҡыр "Өфө" аэропортынан Ҡаһирә ҡалаһына "Boeing 767-300" һауа судноһы юл алды. Бортта бөтәһе 345 пассажир ине.
Осошто "AZUR авиалиниялары" авиакомпанияһы тормошҡа ашыра. Осош ваҡыты яҡынса биш сәғәт тәшкил итә. Мысырға әле аҙнаһына бер тапҡыр рейс яһалһа, ошо арала шулай уҡ ике авиакомпания Өфөнән тура Мысырға юл аласаҡ.
Тимәк, быйыл Башҡортостан халҡы өсөн йылы һәм ҡояшлы Мысыр илендә рәхәтләнеп ял итеү мөмкинлеге була. Ялдарығыҙ матур үтһен!