Бөгөн Учалыла “Учалинская газета” баҫмаһы призына традицион еңел атлетика буйынса эстафета уҙғарылды.
Спорт һөйөүселәрҙе 53-сө тапҡыр үҙенә йыйған сара бөйөк Еңеүҙең 76 йыллығына арналды. Унда ҡала-райондың ойошма-предприятиелары, учреждениелары, уҡыу йорттарынан 47 команда ҡатнашты.
Йүгереү маршруты ҡаланың бер нисә урамы буйлап үтте, спортсылар Ленин исемендәге майҙанда старт алды һәм финиш һыҙығына килде.
Призлы урындарҙы яулағандарға иҫтәлекле бүләктәр, Почет грамоталары һәм “Учалинская газета” баҫмаһына подписка тапшырылды.
Шат тауыштарҙан ҡала гөрләп торҙо. Спорт байрамы учалыларға яҡшы кәйеф, күтәренке рух бүләк итте.
Фото: “Учалинская газета” сайты.