Бөгөн Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы ете тапҡыр донъя чемпионы Тамара Танһыҡҡужинаны Халыҡтар дуҫлығы ордены һәм уның тренеры, Рәсәйҙең шашка буйынса йыйылма командаһының баш тренеры Юрий Чертокты Башҡортостандың Почет грамотаһы менән наградланы, тип хәбәр иткәйнек.
Юрий Черток наградаһын алғас, хеҙмәтен баһалаған өсөн рәхмәт әйтте һәм республикала шашка спортын үҫтереү буйынса тәҡдимдәрен белдерҙе.
– Республикабыҙ донъяның шашка үҙәге булып тора. Беҙгә Башҡортостан кубыгына халыҡ-ара шашка турниры үткәрергә кәрәк. Был республикабыҙ өсөн реклама булып торасаҡ, беҙҙә күрһәтер нәмә күп. Башҡортостанда алты ғәмәлдәге донъя чемпионының бишәүһе йәшәй. Бер илдә лә бындай һөҙөмтә юҡ, тик уны тотоу ҙа еңел түгел, – тине ул. – Бынан тыш республиканың шашка мәктәбен асыу мәсьәләһе лә тора. Әлегә спортсыларҙы профессионал кимәлдә беҙ Өфө һәм Ишембайҙа ғына әҙерләйбеҙ. Ә, мәҫәлән, Көньяҡ Уралда йәшәгән балаларҙа үҫеш өсөн шарттар юҡ. Бөгөнгө чемпиондарыбыҙға алмаш әҙерләргә кәрәк.
Радий Хәбиров Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров менән Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякинға 24 майға тиклем республикала шашка спортына ярҙам итеү буйынса Башлыҡ указы әҙерләргә ҡушты.
Әйткәндәй, быйыл “Башҡортостан” үҙәк шашка клубына 20 йыл тула. Юрий Черток клубтың артабан да еңеү традицияларын дауам итеүен теләйбеҙ һәм республика етәкселегенең ярҙамы кәрәк тине.
– 24 майҙа указ буласаҡ. Һеҙ Рәсәй һәм Башҡортостан спортын нығытаһығыҙ, беҙ ҙә һеҙгә һәйбәт, конструктив эшмәкәрлек менән яуап бирәсәкбеҙ, – тине ул.