Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмә бик күңелле ваҡиға менән башланды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров шашка буйынса донъя чемпионы Тамаһа Танһыҡҡужинаға юғары дәүләт наградаһы тапшырҙы.
Билдәле булыуынса, 3 майҙа Варшава ҡалаһында булған чемпионатта яҡташыбыҙ етенсе тапҡыр донъя чемпионы исеменә лайыҡ булды. Финалда ул Польша спортсыһы, ике тапҡыр донъя чемпионы Наталья Садовская менән көрәшә һәм ауыр шарттарға ҡарамай, еңеп сыға.
Бөгөн Радий Хәбиров уға Халыҡтар дуҫлығы ордены тапшырҙы.
– Тамара Танһыҡҡужина илдә ошо тиклем титулдары булған берҙән-бер шашкасы. Һеҙ бик ауыр шарттарҙа еңеп сыҡтығыҙ, баҫымға ҡарамай үҙегеҙҙең оҫталығығыҙҙы күрһәттегеҙ һәм донъяның “шашка королеваһы” исемен һаҡлап ҡалдырҙығыҙ, - тине Радий Хәбиров.
Тамара Танһыҡҡужина Башҡортостан Башлығына һәм республика халҡына ярҙамы өсөн рәхмәт әйтте.
– Һуңғы раунд шул тиклем мауыҡтырғыс булды, был Польшалағы иң ҡаралған контент ине. Матч принципиаль һәм ҡыҙыҡлы булды. Еңә алыуыма бик шатмын. Ошо йылдар дауамында республика шашка спортына ярҙам күрһәтте, шулай уҡ беҙҙең шашка клубы коллективына рәхмәтемде белдерәм, – тине ул.
Уның тренеры Юрий Черток та юғары дәүләт наградаһы менән билдәләнде. Уға Башҡортостандың Почет грамотаһы тапшырылды.