Спорт һәм туризм
11 Май 2021, 10:45

Туристик кешбэктың файҙаһы ҙур

Программа 20 майҙан ғәмәлгә инә һәм йыл аҙағына тиклем дауам итәсәк.

Республиканың 107 лагеры ла туристик кешбэк программаһында ҡатнашасаҡ. Был турала бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Эльвира Туҡанова һөйләне.
Программа 20 майҙан ғәмәлгә инә һәм йыл аҙағына тиклем дауам итәсәк. Балалары өсөн юлламалар алырға йыйынған ата-әсәсәләр мирпутешествий.рф сайтында теркәлергә һәм уның өсөн ҡулаҡсаһыҙ иҫәп буйынса лагерь йәки туроператор сайтында түләргә тейеш. Мотлаҡ талап – “Мир” түләү системаһы картаһын файҙаланыу.
Бынан тыш Башҡортостан кешеләре өсөн балалар ялына булышлыҡ итеүҙең республика программаһы ла ғәмәлдә. Туристик кешбэк программаһында ҡатнашыусылар, өҫтәмә рәүештә путевка хаҡының 30 процентын компенсациялай аласаҡ. Шулай итеп уларҙың сығымдарының 80 проценты ҡапланасаҡ. Программала ҡатнашмағандар республика бюджетынан түләнәсәк 70 процент компенсацияға дәғүә итә аласаҡ. Был программалар тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте район мәғариф бүлексәләрендә белергә була.
Радий Хәбиров муниципалитеттар башлыҡтарына балалар лагерҙарын 2021 йылғы һауыҡтырыу кампанияһына әҙерләү эшен тиҙләтергә ҡушты.
– Балаларын беҙҙең йәйге лагерҙарға ебәрәсәк кешеләргә ярҙам итеү өсөн бюджетта аҡса ҡалдырҙыҡ. Тик шуны белһендәр: федераль программаға ҡушылһалар, кешеләр күберәк аҡса аласаҡ. Был беҙгә ҡалған аҡсаны лагерҙарҙың матди торошон яҡшыртыуға бүлеү мөмкинлеге бирәсәк. Кешбэк алыу процедураһы бик ябай. Аҡса автоматик рәүештә юллама һатып алған “Мир” картаһына ҡайтасаҡ, – тине Радий Хәбиров.
Төбәк етәксеһе Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаровҡа республиканы туристик миҙгелгә әҙерләү буйынса кәңәшмә ойошторорға ҡушты.
– Беҙ күпләп ҡунаҡтар килеүен көтәбеҙ. Уларҙы ҡайҙа һәм нисек ҡаршы алабыҙ, ҡайҙа ял иттерәбеҙ, нисек хәүефһеҙлек тәьмин итәбеҙ – быларҙы аныҡ хәл итеп ҡуйығыҙ. Йыл һайын туристар һаны артырға тейеш, – тине Радий Фәрит улы.
Читайте нас