Башҡортостан командаһы Волга буйы федераль округының “Туриада-2021” спорт һәм туристик лагерында ҡатнашасаҡ.
18 – 22 майҙа Һарытау өлкәһендәге “Хвалынь” тау саңғыһы базаһында Волга буйы федераль округының “Туриада” спорт һәм туристик лагеры буласаҡ. Ул иң яҡшы спортсыларҙы асыҡлауға, туризмды пропагандалауға йүнәлтелә. Лагерь округ төбәктәре йәштәрендә спорт туризмы ярҙамында сәләмәт тормош алып барыуға йәлеп итеү маҡсатында ойошторола.
Йыл һайын лагерҙа юғары уҡыу йорттарында “Социаль-мәҙәни хеҙмәтләндереү һәм туризм” белгеслеге буйынса белем алған студенттарҙан һәм башҡаларҙан торған 14 команда составында 700 тирәһе кеше ҡатнаша. Башҡортостан вәкилдәре төрлө спорт сараларында, “Волга буйы, яратам һине!” видеоконкурсында, “Төбәк-ара туристик маршрутты иң яҡшы эшләү” кеүек ярыштарҙа ҡатнашасаҡ.
17 майҙа Һарытау өлкәһенә 40 уҡыусынан һәм студенттан торған команда (етәксеһе – Александр Яковец) юлланасаҡ.
Фото: Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы.